Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 11:45

Финик емешенең файҙаһы ҙур

Финикты “ҡатын-ҡыҙҙар емеше” тип тә йөрөтәләр икән.

Ул бәпес көткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик тә файҙалы, токсикоз ваҡытын еңелләштерә, организмды тейешле витаминдарға байыта, ҡан тамырҙарын нығыта, артыҡ һыуҙы сығара, шешенеүҙән дә һаҡлай.
Эс ҡатыуҙы булдырмай. Бәпесте күкрәк һөтө менән туҡландырған саҡта был емеш һәр саҡ өҫтәлдә торһон. Сөнки ул әсәнең һөтөн туҡлыҡлыраҡ итә, витаминдар менән байыта.
Финик шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын кәметә, онкология сирҙәренән һаҡлый. Көс бирә, тонусты күтәрә, күңел төшөнкөлегенә бирелеүҙән һаҡлай икән.
Ябығырға теләүселәр татлы ашамлыҡтарҙы финикҡа алыштыра ала.
Ул аш эшкәртеүҙе яҡшырта, эсәклекте таҙарта.
Финикты көнөнә 10 бөртөк ашау көн нормаһы һанала.
Шәкәр диабеты менән ауырығандаға, бөйөрҙә таш булғанда финик зыянлы.
Читайте нас: