Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 14:25

Йәмле Дим буйҙары… ауған ағас

Йыуан бүрәнәләр йылғаның яр буйында йылдан-йыл күбәйә, ҡайһы берҙәренең диаметры метр ярымдан ашҡан.

Уның да үҙенә күрә сәбәбе бар: хәҙер башлыса газ менән йылытылған ауылдарҙа элекке йылдарҙағы ише утынға мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Ә йылғаға арҡыры ауған төрлө йыуанлыҡтағы тирәктәрҙең, моғайын, иҫәбе-хисабы юҡтыр, һәм улар яҙғы ташҡын һайын күбәйә бара. Урыны менән был ағастар аша атлап, йылғаның арғы ярына ла сығырға мөмкин. Бүрәнәләр, билдәле, йылғаны ер аҫтынан тулыландырған шишмәләрҙе томалай һәм, ахыр сиктә, былай ҙа ярҙары йылдан-йыл бейегәйә төшкән Димдең һайығыуына булышлыҡ итә.
Йылға төбөнә батҡан ағастар хаҡында һүҙҙе оҙайтаһы түгел. Бынан 40-50 йыл самаһы әүәл мөһабәт, арҡан-дилбегә буйлай алмаҫлыҡ ятыуҙары күп булған Дим уртаса ҙурлыҡтағы йылғаларға оҡшай бара. Быйыл сентябрь урталарында уның айырыуса шәп тиҙлекле урындарында төбө күренеп ята ине.

Халыҡ йырҙарында данланған, ысынлап та, үҙенең ифрат киң һәм туғайҙары еләк-емешкә, шифалы үләндәргә бай үҙенсәлекле йылға киләһе быуындарҙың да тормошон йәмләһен, көндәлек ихтыяжын ҡә­нәғәтләндерһен өсөн, Дим йылғаһының үҙәнен, ярҙарын һәм ҡороған ағастар йылдан-йыл күбәйә барған туғайҙарын таҙартырға кәрәк. Ғәмәлдәге законға ярашлы, был бурыс урындағы үҙидара органдарына йөк­мәтелгән. Тәү ҡарашҡа бында бер ниндәй ҙә аң­ла­шылмаусанлыҡ юҡ кеүек, ләкин шул уҡ ваҡытта йылға – халыҡ байлығы, һәм уның киләсәген хәстәрләү ҙә – дөйөм бурыс.
Икенсенән, урындағы үҙидара органдарының был эшмәкәрлекте алып барыу өсөн техникаһы ла, кешеләре лә юҡ, сөнки ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡалған. Ғөмүмән, Башҡортостан йылғаларының төбөн ағас һәм башҡа ҡалдыҡтарҙан таҙартыу проблемаһы күптән көнүҙәк, күлдәрҙең күпләп ҡороуына килтереүе менән дә көсөргәнешле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар донъяға билдәле күрәҙәсе Ванганың, килер заманда эсәр һыу алтын бәрәбәренә торор, тигән иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалыусы юҡ. Тап шул батҡан ағастар арҡаһында Башҡортостандың символы булған Ағиҙел дә юҡҡа сығып бара түгелме ни?!
Быйыл көҙ республика Хөкүмәтендә урмандарҙы һаҡлау буйынса оператив кәңәшмә булып үтте. Бәхәс юҡ, урман кәрәк. Ул бөгөн башлыса төҙөлөш материалы сифатында сығыш яһай. Нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, тап шул ағастар, хәстәрлек етешмәү сәбәпле, йылғаларҙың һайығыуына булышлыҡ итә лә инде. 90-сы йылдар уртаһында булһа кәрәк, Япониянан килгән делегация ағзалары Башҡортостан Хөкүмәтенә Ағиҙел йылғаһын батҡан ағастарҙан таҙартып, күтәрелгән ағастарҙы бүлешеү тураһында тәҡдим яһаған, әммә ул кире ҡағылған, тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡалғайны.
Йылғаларҙың үҙәнен, туғайҙарҙы төрлө сүп-сарҙан таҙартыуҙы тик дәүләт ҡарары кимәлендә генә хәл итергә мөмкин. Мәҫәлән, урындағы үҙидара органдарынан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йыйып, уларҙы ентекле өйрәнергә, мөмкинлектәрҙе файҙаланып, бер нисә йылға иҫәпләнгән программа ҡабул итергә була. Проблеманы дәүләт кимәлендә күтәреүҙең тағы ла бер сәбәбе: йылғаларҙың күпселеге Ағиҙелгә ҡоя һәм унан миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө ҡалаһы файҙалана. Ә Дим йылғаһы иһә баш ҡаланың Дим районы халҡын һыу менән тәьмин итә.
Урындағы үҙидара органдарына һылтаныуҙан арыныу фарыз, сөнки был киң масштаблы эшмәкәрлекте алып барырға көслө техника, крандар, хатта вертолеттар кәрәк булыуы ихтимал.
Читайте нас: