Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 11:20

“Йыл экспортеры”конкурсында ҡатнашырға өлгөрөгөҙ

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә республикала 25 февралдә старт алған “Йыл экспортеры”конкурсына заявкалар ҡабул итеүгә ике көн генә ҡалды.

Был ярыш Башҡортостан биләмәһендә теркәлеп, төбәктә етештерелгән әҙер продукцияны (тауар, эш, хеҙмәт) экспортҡа сығарған юридик берәмектәр (дәүләт муниципаль учреждениеларҙан башҡа), шәхси эшҡыуарҙар араһында ойошторола. Экспорт хеҙмәтен һәм конкурентлылыҡ һәләтен күтәреү, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте баһалау маҡсатында үткәрелгән сараны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты һәм “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың экспортҡа көйләнгән субъекттарына ярҙам күрһәтеү координацияһы үҙәге” ойоштора.
Ҡатнашыусылар бер нисә критерий буйынса баһалана. Шул иҫәптән продукцияны ситкә сығарыуҙың йыллыҡ күләме, география киңлеге, тауарҙы халыҡ-ара, Рәсәй, сит ил күргәҙмәләренә, йәрминкәләргә сығарыу һ.б. иғтибарға алынасаҡ.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса алты номинацияла 11 еңеүсе билдәләү ҡаралған.
Ярышта ҡатнашыуға бәйле һорауҙар менән Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә шылтыратырға була. Телефон: +7 (347) 280-87-17. Заявкалар эспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы,95-се йорт, 3 ҡат) ҡабул ителә.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: