Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2020, 21:10

Сит илдән ҡайтырға теләгән кешеләр өсөн!

"Иғтибар! Әлеге ваҡытта сит илдә булған яҡташтар өсөн мөһим мәғлүмәт!" Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә ошолай башланған хәбәр яҙҙы бөгөн. Кем дә кем әле сит илдә йәки яҡындарығыҙ унда икән, тиҙ арала был мәғлүмәтте таратығыҙ.

Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 14.00 сәғәткә тиклем сит илдәрҙәге барлыҡ Рәсәй туристарына үҙҙәре тураһында илдең Сит ил эштәре министрлығы сайтында белдерергә кәрәк. Был исемлек беҙҙең кешеләрҙе тыуған яғына алып ҡайтыуҙы ойошторор өсөн кәрәк. Әле һаман ситтә бик күп республика кешеһе ҡала килә. Эйе, беҙ аҡсаһыҙ һәм билетһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итәбеҙ, тик эште теүәл ойошторор өсөн һеҙҙең турала мәғлүмәт кәрәк.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы сайтында теркәлергә кәрәк: https://sos.midhelp.ru/from_users/route_registration/
Республиканың туризм буйынса дәүләт комитетының колл-үҙәге телефоны: 8 800 505 94 56.
Теркәлеү менән ауырлыҡтар килеп сыҡҡан осраҡта, сит илдәр министрлығының теркәү формаһы мәғлүмәттәрен республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының почтаһына ебәрегеҙ: [email protected] йәки What’s app: +79174077484".
башинформ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: