Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2020, 22:16

Табынға - тәмле фрикаделькалар

Киске табынға ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Беҙ ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 600 грамм тауыҡ фаршы, бер йомортҡа, бер һуған, ике тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос, бер тотом кинйә, үҫемлек майы алабыҙ.
Соус өсөн: 600 миллилитр томат һуты, бер сәй ҡалағы шәкәр, ½ чили боросо, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике лавр япрағы, тоҙ.
Тәүҙә һуғанды, һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп фаршҡа һалабыҙ. Бер йомортҡа, ваҡланған кинйәнең яртыһын ҡушабыҙ. Тоҙлап, борослап, һәйбәтләп бутап, фрикаделькалар эшләйбеҙ.
Артабан томат һутына шәкәр, тоҙ, һарымһаҡ, ваҡланған чили ҡушабыҙ.
Фрикаделькаларҙы бешерергә ҡуябыҙ. Ике яғын алмашлап ҡыҙҙырабыҙ. Шунан өҫтөнә томат соусын ҡоябыҙ, лавр япрағы өҫтәйбеҙ.
Талғын утта 15-20 минут тирәһе быҡтырабыҙ.
Әҙер ризыҡҡа йәшел әнис һибеп, теләгән гарнир менән өҫтәлгә бирергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: