Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 18:57

Помидор үҫтерәм тип... ҡоллоҡҡа эләккән

Нефтекама ҡалаһынан 29 йәшлек Марсель И. оҙаҡ ваҡыт эш таба алмай йонсой. Шуға күрә ҡулына Ставрополь крайына эшкә хеҙмәткәрҙәр талап ителә, етмәһә, ҙур ғына хеҙмәт хаҡы түләнәсәк, тигән иғлан килеп эләккәс, шатланып телефон аша эш биреүсе менән бәйләнешкә инә.

Эш биреүсе егеткә Ставрополь крайына килеп етергә ҡуша. Марсель күп уйлап тормай, йылы төбәккә эшкә йүнәлә. Уны помидор үҫтереү менән шөғөлләнгән теплица хужалығына эшкә "ҡоҙалайҙар". Был турала «Плохие новости» сығанағы хәбәр итә.
Тәғәйен урынға килеп еткәс, эш биреүсенең ҡуштандары йәш егетте эш менән тәьмин итеү урынына уны кооператив гараждар араһына алып барып ныҡ итеп туҡмай, документтарын тартып ала. "Йә эшләйәсәкһең, йә булмаһа үлтерәбеҙ", тип ҡурҡыталар.
Эш биреүсе Марселды үлтереү менән янап, Дағстан Республикаһындағы төпкөл ауылдарҙың береһенә алып килә һәм теплица хужалығына эшкә ҡуша. Айына 15 мең һум аҡса түләргә вәғәҙәләй.
Теплицала эш башлағас, Марсель бер кем дә уға аҡса түләргә йыйынмауын аңлай. Яҡташыбыҙ ҡоллоҡтан ҡасырға план ҡора башлай һәм уға ҡотоолоу мөмкинлеге тыуа. Ул оло юлға барып еткәс, бәхетенә күрә, полиция машинаһына тап була. Марсель ниндәй ҡурҡыныс мажараға тап булыуын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Махсус операция ваҡытында егетте ҡоллоҡта тотоусылар ҡулға алына, яҡташыбыҙҙың документтары ҡайтарып бирелә. Шөкөр, Марселды Башҡортостанға, Нефтекамаға, ҡайтарып ебәрәләр.
Ялған эш биреүселәргә ышанып, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, һаҡ булығ
Читайте нас: