Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2020, 13:25

«Ҡырмыҫҡа ояһы» салаты

Ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләткән был салат йәшел ҡыяр, помидор, сыр, һарымһаҡ менән әҙерләнгәнгә күрә үҙенсәлекле тәм биреп тора.

Кәрәк:
200 г тауыҡтың бот ите;
1 помидор;
2 бәләкәйерәк йәшел ҡыяр;
ярты ҡыҙыл (татлы) борос;
40 грамм ҡаты сыр;
2 тырнаҡ һарымһаҡ;
100 грамм майонез;
2 бәрәңге;
100 мл рафинадланған үҫемлек майы;
3 ҡыяҡ йәшел һуған;
тәменсә – тоҙ, борос.
Помидорҙы шыма яғынан үткер бысаҡ менән арҡылы-торҡоло (крест-накрест) киҫеп, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ, уны шундуҡ һалҡын һыу аҫтында тотоп, ҡабығынан арындырабыҙ. Помидорҙы дүрткә бүлеп, бал ҡалағы менән орлоҡтарҙы алабыҙ, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡыярҙы эре корей ҡырғыстан һаламлап ҡырабыҙ (бысаҡ менән киҫһәк тә була).Боросто ла орлоҡтарынан таҙартып, шулай уҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ. Туралған йәшелсәләрҙең барыһын да тәрән һауытҡа урынлаштырабыҙ.
'Сөйөмбикә' журналынан.
Читайте нас: