Трикотаж кейемдәрҙе йыуғанда, һыуға 1 ҡалаҡ сәй содаһы өҫтәгеҙ. Ул әйберҙең төҫөн асып ебәрә, шулай уҡ тир еҫен дә бөтөрә. Һуңынан яҡшылап сайҡатырға кәрәк. Сайҡаған һыуға 1 сәй ҡалағы глицерин өҫтәргә була. Ул йөн кейемдәрҙе йомшарта. Йөн, трикотаж кейемдәрҙе бер ҡасан да ябай порошок менән йыумағыҙ. Йөн кейемдәр өсөн махсус порошок алырға йәки шампунь менән йыуырға кәрәк.