Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2020, 18:40

Яңы алымдар талап ителә

Тәүлек эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды, Govid-19 беҙгә ниндәй яңы талаптар ҡуя? Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөн коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифинг үтте.

Хәҙер бындай форматтағы тапшырыуҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ла ҡарап була. Ул көн һайын 14 сәғәттә эфирға сығасаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһы раҫланған биш ауырыуҙың да хәле ҡәнәғәтләнерлек, уларға тейешле дауалау саралары билдәләнгән. Республика дауаханаларында инфекция булыуына шик белдерелгән 104 кеше, шул иҫәптән 17 бала дауалана.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина сит илдән ҡайтыусыларҙың сәләмәтлек торошона, поездарға контроль булдырылыуын әйтте. Йөктәрҙе ҡабул итеүселәр өҫтөндә шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ ята.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак тағы ла бер тапҡыр санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Брифингта дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Ҡайһы берәүҙәр дарыуханаларҙа парацетамол, ингавирин булмауына зарлана. Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан белгестәр әйтеүенсә, дарыуҙарҙы бары табип ҡына тәғәйенләргә тейеш, улар менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителде. Препараттар запасы булдырылған.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы базаһында шәхси лабораториялар хеҙмәткәрҙәрен тест-система менән эш итергә өйрәтәсәктәр. Әлеге көндә республикала 4389 кешегә тикшереү үткәрелгән.
Фото: Башинформ.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас в