Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март 2020, 13:58

Бишбүләк геройҙары

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда меңәрләгән совет һалдаттары тыуған еребеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн батырҙарса көрәшкән. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.

Бына улар: Кирилл Дементевич Андреев (Баҙлыҡ), Титов Василий Федорович (Покровка ауылы), Константин Иванович Степанов (Ҡушйылға), Павел Ефимович Васильев (Ерекле) Николай Спиридонович Павлов (Слакбаш), Герман Тереньевич Прокопьев (Сыуашстанда тыуған. Бишбүләк хәрби комиссариатынан һуғышҡа алынған), Константин Ефимович Парамонов (Мелиссоновка), Хәмит Ғәҙелшин. Уларҙың һуңғыһы, Вәхит ауылында тыуып үҫкән Хәмит Ғабдулла улы тураһында бәйән итмәксебеҙ.
1941 йылда октябренән ул Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Кавказ арты, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46-сы армия 31-се уҡсылар дивизияһы 1449-сы айырым элемтә ротаһы радиостанцияһының өлкән телеграфсыһы сержант Ғәҙелшин 1943 йылдың 27 сентябрендә Украина ССР-ы Сошиновка ауылы янында Днепр аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
Теүәлерәге, ул хеҙмәт иткән разведчиктар төркөмөнә Днепр йылғаһын кисеп сығырға һәм дошмандың оборонаһын тар-мар итергә тигән бойороҡ бирелә. Йылғаны кискәндә, снаряд ярсығы тейеп, кәмә һыуға бата, рация менән идара иткән һалдат була, шулай ҙа Хәмит Ғәҙелшин радиостанцияны ҡотҡарып ҡала һәм дивизия штабы менән бәйләнеш булдыра. Ут ямғыры аҫтында алһыҙ-ялһыҙ 13 сәғәт рация менән эшләй. Ошо батырлығы өсөн ул юғары наградаға лайыҡ була. Был турала хәбәр бик тиҙ ауылға тарала, уҡытыусылар өйҙән-өйгә йөрөп данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында яҙылған статьяны күрһәтә.
Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, герой үҙе лә ауылға ҡайтып төшә. Уның ауылдашы Рәшит Хәйбрахманов бына нимәләр һөйләй:
“Август айында иһә геройҙың үҙен күреү бәхете тейҙе. Хәтерремдә, йәше-ҡарты ындыр табағында эшләй инек. Бер мәл, беҙҙең янға ат менән унлаған кеше килеп туҡтаны. Улар Хәмит Ғабдулла улын оҙата килеүсе ауыл хакимиәте етәкселәре булып сыҡты. Үҙенә ҡойоп ҡуйғандай килешеп торған хәрби кейем кейгән, күкрәгендә Алтын йондоҙ балҡыған 21 йәшлек Хәмит Ғәҙелшиндан мин ҡарашымды ла айырып ала алманым. Уның ауылдан китеүенә 7-8 йыл үтһә лә, ул ауылдаштары хаҡында ентекләп һорашты. Ҡатын-ҡыҙҙар шатлыҡтарынан иланы.
Кискеһен, мәктәп янында Герой менеән осрашыу ойошторолдо. Хәрби комисариат хеҙмәткәре Хәмит ағайға ни өсөн бындай юғары исем бирелеүе хаҡында һөйләгәндән һуң, ул үҙе лә сығыш яһаны, әммә үҙе тураһында бер нәмә лә әйтмәне, бары тик фронттағы хәлдәрҙе һөйләп, тиҙҙән беҙҙең ғәскәрҙәрҙең еңәсәген белдерҙе һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һәр кемде намыҫ менән эшләргә саҡырҙы”.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, Хәмит Ғабдулла улы хәрби хеҙмәтен Германия ерендә дауам итә. Артабан уҡыуын дауам итә: Ленинградтағы элемтә училищеһын, М.С. Буденный исемендәге Хәрби академияны тамамлай, полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында Фрунзе исемендәге һөнәри училищела хәрби етәксе булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн яугир, ҡаһарман яҡташыбыҙ шулай уҡ I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Ленин ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Фото Интернеттан.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: