Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март 2020, 14:20

Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү саралары планы раҫланды

е Әлеге көнгә Башҡортостанда раҫланған саралар планын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ (унда артабан үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал):

1 май — «Еңеү эшелоны».

Өфөгә 18 вагондан торған хәрби эшелон килә, уның платформаларында төрлө осорҙағы хәрби техника, вагон-музейҙар буласаҡ. Эшелон баш ҡалаға 1 майҙа 10 сәғәт 10 минутта килеп етәсәк, тип көтөлә.

5 май — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир. 5 – 8 майҙа боксерҙар спорт мастерлығына кандидат исеме өсөн көс һынашасаҡ.

8 май — Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә Монумент асыу тантанаһы.

72-се еңел атлетика эстафетаһы. Ҙур ярышта меңдән ашыу кеше — студенттар, уҡыусылар, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, хеҙмәткәрҙәр ҡатнашасаҡ тип көтөлә. Старт Еңеү паркы майҙансығында бирелә.

«Терра Башкирия» турниры. Һыбайлылар бәйгеһенең 4-се этабы. Бында Борай, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй жокейҙары уҙышасаҡ.

9 май — республиканың бөтә район-ҡалаларында обелискыларға сәскәләр һалыу, митингылар.

Хәрби техника, яугирҙәр, тынлы оркестр ҡатнашлығында хәрби парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, музейҙарҙа асыҡ ишектәр көндәре, байрам салюты һ.б.

«Беҙ Еңеү тураһында йырлайбыҙ!» open-air тамашаһы. Ул башҡаланың «Торатау» Конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа уҙғарыла.

18 май — «Музейҙар төнө» акцияһы.

21 май — тарихи реконструкция фестивале. Төрлө дәүерҙәрҙең хәрби-ялан лагерҙары, рус дружинаһы, 1812 йылғы рус армияһы, 1944 йылда Ҡыҙыл Армия һәм башҡа осор хәрбиҙәре һынландырыла.

Шулай уҡ май айында Георгий таҫмаһы акцияһы, «Дан аллеяһы»на ағас ултыртыу өмәһе һәм башҡа саралар ҡаралған.

Башинформ.

ля

Читайте нас в