- Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек.
3 йәшлек малай гел атаһының машинаһына ултырып йөрөгән. Бер заман уны олатаһы үҙенең машинаһына ултыртҡан. Китеп баралар, ти былар. Малай олатаһына:
- Олатай, атайымдың машинаһында йөрөгәндә ағастар шәәәәп итеп йүгерә, ни эшләп һинекендә яй ғына баралар ул?, - тип һорап ҡуйған, ти.
Ялҡау юлда барғанда йығылған. Тороп бер аҙ киткәс, абынып, тағы барып төшкән. Шунан һуң:
- Икенсе тапҡырға йығыласағымды белгән булһам, бая йығылғас та, тормаған булыр инем,- тигән була, ти.
– Ҡәҙерлем, әйт әле, миңә тиклем һөйәркәләрең күп булдымы?
Ир өндәшмәй. Биш минуттан ҡатын:
– Хәтереңде ҡалдырһам, ғәфү ит!
– Бүлдермә әле, һаман да һанап ятам бит әле.
***
-Уҡыусылар, һеҙҙең иң яратҡан байрамығыҙ ниндәй?
-Карантин!
– Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
– Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
– Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 100-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.
Улы атаһынан һорай ти:
- Атай, дәүләт нимә була ул?
- Дәүләт ни, шул ҙур ғаилә кеүек инде: мин - президент, әсәйең - министр, өләсәйең - ФСБ, ә һеҙ балалар - халыҡ,- тип аңлата атаһы.
Японияла бурҙарҙы тота торған робот уйлап сығарғандар . Японияла ул 5 минут эсендә 100 бурҙы тотҡан. Америкала - 5 минутта 200 бурҙы .
Ә Рәсәйҙә 5 минут эсендә кемдер роботты урлаған...
Табипҡа ҡолаҡтары ҡара янған пациентты килтерәләр.
– Нимә булды?
– Салбар үтекләп тора инем, телефон шылтыраны. Телефон трубкаһы тип, үтекте яңылыш ҡолаҡҡа терәнем…
– Ә икенсеһенә ни булды?
– «Тиҙ ярҙам» саҡыртам тип, үтекте тағы телефон менән бутаным.
600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.
Бер ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп, өшөп бөтә һәм ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының бәҙрәфендә геологтар нефть эҙләгән.