Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2020, 12:40

Бесәй йәйәүләп Стәрлетамаҡҡа ҡайта

Ҡунаҡҡа барғанда тороп ҡалған бесәй 10 айҙан өйөнә ҡайтып керә.

Ижевск ҡалаһында йәшәүсе улы-килененә фатир ҡотларға барырға йыйынғас, Стәрлетамаҡта йәшәүсе Гөлара һәм Рәис Ғабдуҡаевтар үҙҙәре менән бесәйҙәрен дә алырға булалар. Аҡбикәс (ап-аҡ булғанға шулай атайҙар) машинаның артҡы урынында матур ғына мырлап бара. Ике аҙна ҡунаҡ булғандан һуң юлға йыйыныр көн етә. Баҡһаң, Аҡбикәстән елдәр иҫкән! Эҙләп-эҙләп тә таба алмаған хужалар дүрт аяҡлы ғаилә ағзаһынан башҡа ғына юлға сығырға мәжбүр була.
Айҙар үтә. Яңы йыл башлана. 8 Март етә. Рәис хәләл ефетенең мәҙәниәт һарайында барған ҡатын-ҡыҙҙар кисәһенән ҡайтыуына табын әҙерләп йөрөй. Көтмәгәндә ишек төбөндә шатыр-шытыр кемдер тырнашҡаны ишетелә. Хужа ишекте асып ебәрһә... Аҡбикәс! Йонсоп ябыгып бөткән, йөндәре уҡмашып бысранған бесәй өйгә ташлана. Рәистең ни ҡәҙәр ғәжәпләнеүен һәм бесәйҙең өйҙө бер итеп әйләнеп-тулғанып, мырлай- мырлай хужаһының ҡул-аяҡтарын ялауын бар нескәлеге менән бәйән итеү мөмкин түгел.
Аҡбикәс артабан ғәҙәтләнгән урында — газ аҫтында һауыты булмауына ризаһыҙлыҡ күрһәтеп — ҡойроҡ уйнатып та ала. Аҙығы булһа, һауыты табыла бит уның. Ун ай буйы юғалып торған “бомж” бесәй, тамаҡ туйҙырып алғас, ғәҙәтләнгән урынына — кресло өҫтөнә һуҙылып ята. Хужабикә ҡайта. Осрашыу миҙгелдәрен яҙып тораһы түгел. Гөлара өсөн Аҡбикәс иң ҙур байрам бүләге була. Хужабикәнең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә бер ваҡытта ла ундай ҙур шатлыҡ кисергәне булмаған һәм киләсәктә лә “ай-һай”, ти ул.
Читайте нас в