Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2020, 17:05

Кер һабынының файҙаһы тураһында беләһеҙме?

Кер һабынынан да файҙалыһы юҡ! Кер һабыны үҙенең микробиологик үҙенсәлектәре буйынса гигиена саралары араһында иң һөҙөмтәле, тәьҫирле сараларҙың береһе булып тора.

Уның файҙаһы тураһында күптән мәғлүм булһа ла, йәмғиәттә төрлө инфекциялар таралыу осоронда ябай, арзан һәм файҙалы һабынды нимә өсөн һәм ҡайҙа ҡулланып булғанын тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Һары-көрән һабын киҫәге бактерияларҙы ғына түгел, мазутты, майлы буяуҙы ла ла йыуып төшөрөүгә һәләтле. Бигерәк тә был 72 процент майлылыҡтағы һабынға ҡағыла. Заман химияһы продукттары араһында ул берҙән-бер экологик яҡтан таҙа, гиппоаллерген тауар булып ҡала. Составы бик ябай: май кислоталары һәм натрий тоҙо. Ошо нигеҙҙә, төрлө еҫ һәм буяуҙар ҡушып, башҡа һабын сорттарын да етештерәләр. Кер һабынын ҡулланыу даирәһе ифрат киң. Кулинарияла: - Супермаркеттан алып ҡайтҡан йәшелсә-емеште ныҡлап йыуыу фарыз. Ошонда кер һабынының кәрәге тейер. - Хатта туңдырылған тауыҡты, йомортҡаларҙы ла ҡулланыр алдынан һабын ҡушымтаһында йыуып алыу һәм сайҡатыу ҡамасауламаҫ. Дауаланыу өсөн: - Еңелсә яраланған саҡта (кухняла ҡулды бешерһәң, бесәй тырнаһа, үтеккә тейһәң һәм башҡалар), ҡулды кер һабыны менән йыуырға кәрәк. Уның бактерцид үҙенсәлектәре яраны эренләүҙән һаҡлаясаҡ. - Вирустар таралған мәлдә, урамға йыйынғанда танауҙы кер һабыны менән йыуып сығығыҙ. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғанда ла ошоно уҡ эшләргә кәрәк. Аҙ ғына семетеп алғандай булһа, ҡурҡмағыҙ, зарары юҡ. Һабын составында интерферон барлығын да онотмағыҙ: ул да дауаланыуға үҙ өлөшөн индерәсәк. - Аяҡ һәм ҡул бармаҡтарын кер һабыны менән йыуыу бәшмәк ауырыуҙарынан аралай. Был йәмәғәт мунсаларына, бассейнға йөрөгәндә бигерәк тә кәрәкле ғәмәл. - Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сирҙәре борсоғанда ла, гигиена сараһы булараҡ, кер һабынын файҙаланыу фарыз. Санитария: - Дезинфекция сараһы булараҡ та кер һабыны алыштырғыһыҙ. Ул – яҡшы антисептик. - Элекке заманда, хирургия бирсәткәләре етмәгән саҡта, операциялар эшләгәндә кер һабынын ҡулланғандар: ҡулды ныҡ итеп һабынлап, операция яһағандар. Был зарарланыуҙан һаҡланған. Косметология: - Кер һабынын сәс йыуыу өсөн дә тотонорға була. Сәс тә ҡуйырасаҡ, кәүәк юғаласаҡ. Сайҡатыр өсөн лимон һуты ҡушылған һыуҙы файҙаланһаң, тағы ла яҡшыраҡ. - Бит тиреһе проблемалы икән, аҙнаһына ике тапҡыр кер һабыны менән йыуынығыҙ. Тик аҙаҡтан мотлаҡ крем һөртөргә кәрәк. Тиҙҙән битегеҙҙең яңырыуын, таҙарыуын, төҫө матурайыуын күрерһегеҙ. Гигиена: - Мунса яратаһығыҙ икән, миндекте бер аҙ һабынлы һыуҙа ебетегеҙ. Тән тиреһе нисек таҙарыуын шунда уҡ тойорһоғоҙ. - Теш щеткаһын да даими рәүештә һабынлап йыуып тороғоҙ. Ул таҙа һәм зарарһыҙ буласаҡ. Хужалыҡта: - Кер һабыны әйберҙәрҙәге таптарҙы бөтөрә, ағарта, таҙарта. Тауарҙы боҙмай. - Йорт үҫемлектәрен эшкәртеү өсөн дә һабын ҡатнашмаһын ҡулланалар. Бына шундай мөғжизәле сара ул кер һабыны!
  • Читайте нас: