Был турала уның балалары хәбәр итә.
- Ошо уҡ көндә Бишбүләк районының Тулбай ауылы янында уны бер көтөүсе осрата. Беҙгә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, атайыбыҙҙы һуңғы тапҡыр Аҙнай ауылы кешеләре урманда күргән, - ти улар. - Эҙләү участковый менән берлектә беренсе көндө үк башланды. Артабан беҙгә туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ ҡушылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан да килделәр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләү бер һөҙөмтә лә бирмәне. Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Айырым билдәләре: өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сәстәре сал түгел, ҡара, буйы оҙон түгел. Уң ҡулының һыртында татуировка бар. БСТ-ла яңылыҡтар тапшырыуҙарын көтөп алып ҡарай ине. Хоккей спортын үҙ итә, “Салауат Юлаев” командаһының тоғро көйәрмәне.
Уның, бәлки, зиһене таралғандыр. Яҡшы кешеләргә осрап, уны Өлкәндәр йортона йәиһә дауаханаға урынлаштырғандарҙыр тигән өмөт тә юҡ түгел. Беҙҙе ошо ышаныс йәшәтә. Бөгөн булмаһа, иртәгә ҡайтыр кеүек.