Ата-бабаларыбыҙҙың онотолмаҫ һуғыштарын иғтибар менән тыңлайым, уҡыйым hәм ҡарайым. Еңеү байрамын мин шатлыҡ hәм ҡайғы менән ҡаршылайым. Шатлыҡ менән, сөнки Еңеү көнө. Ҡайғы менән, сөнки был һуғышта атайҙар, ағайҙар hәм улдар hәләк булған. Ҡаныҡайҙан олатайым Буранғол Ислам улы Исламовтың биш улы фронтҡа киткән. Атайым Морза Буранғол улы Исламов фронтҡа 1941 йылдың 12 декабрендә Бишбүләк районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башкорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы составында, 1943 йылдың ғинуарынан 1945 йылдың 11 майына тиклем 60-сы кавалерия полкы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы составында 1-се гвардия танкка ҡаршы истребителдәр дивизияһында һуғыша. М.Б. Исламов 1944 йылдың 26 февралендә «Батырлыҡ өсөн» (Ровно, Луцк ҡалаларын азат иткән өсөн), 1944 йылдың 6 октябрендә «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн», (Карпат-Дуклин операциялары өсөн) миҙалдары менән бүләкләнә. Морҙағол Буранғол улының һуғышсан батырлыҡтарының береһе тураһында һөйләргә теләйем, уны архив материалдарынан белдем. 1944 йылдың көҙөндә башҡорт кавалеристары СССР — Польша Дәүләт сиген уҙа. Варшаваға юл асыла, әммә Польша башҡалаһын алырға тигән ынтылыш уңышлы тамамланмай. 1-се гвардия кавалерия корпусы дошмандың оборонаһына алға таба ла бәреп керә. Корпус бик тиҙ күсенә hәм иң юғары маневрлыҡ һөҙөмтәһендә фашистарҙың көслөрәк соединениеларының атыуҙарынан бик оҫта сигенә. Карпат-Дуклин операцияһында 1-се гвардия кавалерия корпусы Чехословакия армияһы корпусы менән берлектә һуғыша. Кроснонан перевал яғына көтөлмәгән бәрелештә беҙҙең ғәскәрҙәр 1944 йылдың 29 сентябренә Дуклин перевалын алыуға ирешәләр. Башҡорт кавалеристары Русский, Ужок hәм Верецкий перевалдарын яулай. Свидник өсөн ҡаты һуғыштар башлана. Ул ваҡытта Морза Исламов үҙенең дивизияһы менән бергә дошмандың тылында була hәм корпусты рейдтан сығыу юлын яба. Немецтар бер нисә тапҡыр юлды ябыу маҡсаты менән, кавалеристарға юғалтыуҙар килтереп, атакаға күсә. Исламов һуғыш дауамында үҙ взводын ут менән ҡаплай hәм немецтарҙың һөжүмен кире ҡаға. Немецтар Түбән Полянка ауылы янында кавалерия корпусын уратып алырға тырышалар. СС немец танк дивизияһы Кремпна янында беҙҙең корпусты ҡамап алырға ынтыла. Һуғыштар менән кавалерия корпусы ҡамауҙан беҙҙең армия урынлашҡан урынға сыға. Яңы көс hәм һуғыш кәрәк-яраҡтары алғас, корпус ҡабат борола hәм үҙҙәрен эҙәрлекләүселәргә емергес һөжүм яһай. Карпат Дуклин операцияһы һөҙөмтәһендә ҡыҙыл гвардиясы Исламов М.Б. хөкүмәт бүләгенә — «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Алда әле Көнсығыш Словакияны азат итеү өсөн ауыр һуғыштар була. Еңеү көнөн атайым Польшаның Познань ҡалаһы госпиталендә ҡаршы ала.
Һуғыштан 1945 йылдың июнь айының башында hәм аҙағында ауыр яралар менән әйләнеп ҡайта. Фронттан ҡайтҡас, ул, барыһы кеүек үк, ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша hәм етәкселек итә. Әммә һуғыш ваҡытында алған яралар тулы көсөнә йәшәргә hәм эшләргә тыныслыҡ бирмәй. Атайым белемле, ихтирамлы булды, кешеләр уны бик хөрмәт итә ине. Ул беҙҙең яҡшы белем алыуыбыҙҙы теләне. Ул гел ауырып торһа ла, беҙҙең өсөн өй уҡытыусыһы, кәңәшсе ине. Әлбиттә, был эштe беҙҙең әсәйебеҙ Шәһиҙә Морзаян ҡыҙының өлөшө ҙур булды. Ул уны бәләкәй бала урынына тәрбиәләне. Һуғыш башланғанда, әсәйебеҙ Шаhиҙә Морзаян ҡыҙы Исламоваға 21 йәш була. Ул — тыл хеҙмәтсәне, ҡайғыны күп күргән. Шаhиҙә Морзаян ҡыҙы иген һәм тоҙ ташыуҙы яҡшы башҡарған, ҡулы менән икмәк сәскән, мал аҙығы, ҡышҡа утын әҙерләгән. Атайым менән әсәйем күптән вафат, әммә йөрәктән бер генә секундҡа ла китмәйҙәр. Улар hәр ваҡыт әргәлә булған кеүек. Әсәйем ҡул эштәренә бик оҫта ине: ауыл әбейҙәре уның янына үҙҙәрненең фасондары буйынса күлдәк киҫeргә hәм тегeргә йөрөнө. Уларҙың быуынына иң ауыр йөк — Бөйөк Ватан һуғышының дүрт йылы тура килә. Был быуын — фашизмдың ҡот осҡос афәтен еңеүселәр. Йыл һайын Еңеү көнөндә беҙ тормош иптәшем Ринат Дәүләткирәй улы менән Бишбүләккә ҡайтабыҙ, «Yлемһеҙ полк» йөрөшөндә ҡатнашабыҙ. Беҙ хәтер hәм рәхмәт йөҙөнән атай-олатайҙарыбыҙҙың портреттары менән урамдан үтәбеҙ. Атай-әсәйем менән ғорурланам. Улар алдында баш эйәм!