Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 16:39

Өфөгә яңы исем бирелерме?

Тәҡдимдең маҡсаты – Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исемен юллау. Парламент етәксеһе Константин Толкачев билдәләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баш ҡалабыҙға илдең көнбайышынан 36 предприятие күсерелгән.

Халҡы 220 мең булған Өфө эвакуацияланған 106 мең кешене, шулай уҡ тиҫтәләрсә дәүләт һәм мәҙәниәт учреждениеһын ҡабул иткән. Был дәһшәтле осорҙа баш ҡалабыҙҙа 51 мең авиация моторы етештерелгән.
Өфөлә 29 хәрби госпиталь урынлаштырылған, уларҙа 150 мең яралы совет яугиренә дауалау ярҙамы күрһәтелгән. Бында 23 хәрби берәмек ойошторолған һәм оҙатылған. Улар араһында – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
Хеҙмәт батырлығы өсөн Өфөнөң ике предприятиеһына Дәүләт Оборона комитетының Ҡыҙыл байрағы даими һаҡлауға тапшырылған, ете предприятие күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән наградланған, 60 меңдән ашыу кешенең һуғыш ваҡытындағы ҡаһарман хеҙмәте орден-миҙалдар менән баһаланған.
Әгәр ҙә Рәсәй Президенты тарафынан ыңғай баһаланһа, баш ҡалабыҙ ошо почетлы исемгә лайыҡ буласаҡ.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас: