Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2020, 12:44

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Күҙегеҙгә сүп керһә, берүк ыуалай күрмәгеҙ. Өҫкө күҙ ҡабағын аҫҡыһына таба тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күҙҙән йәш сыға һәм ул сүпте йыуып сығара.

- Аяғығыҙҙы көҙән йыйырғанда, бер ҡулығыҙ менән аяҡ бармаҡтарығыҙҙы тотоғоҙ һәм үҙегеҙгә таба тартығыҙ. Икенсе ҡулығыҙ менән аяғығыҙҙы теҙҙән тубыҡ һөйәгенә таба ышҡығыҙ.
- Ҡандарында холестерин күп булған кешеләргә грек сәтләүеге ашарға кәңәш ителә.
- Күҙ төбөгөҙ күгәрһә, шул урынға тиҙерәк боҙ һалынған пакет ҡуйығыҙ. Әгәр боҙ булмаһа, буш булмаған ҡалай консерва банкаһы ла ярай.
- Астма яфалағанда ҡуйы ҡәһүә ярҙам итә.
- Әгәр яраланһағыҙ, бер төймә стрептоцитты төйөгөҙ ҙә, уға бер нисә тамсы йод тамыҙығыҙ һәм яраға ҡуйығыҙ, ярағыҙ күҙ алдында төҙәлер.
- Анар (гранат) һуты эсегеҙ. Ул ҡан тамырҙарын һәм йөрәк мускулдарын нығыта, артерия баҫымын төшөрә, ҡанды таҙарта, һалҡын тейеүҙән һаҡлай
- Бик тә борсолған саҡта, бер стакан ҡайнар һөткә сей йомортҡа һарыһы һалып туғлағыҙ. Шул ҡатнашмаға бер аҙ шәкәр һалып, ашыҡмайынса ғына эсегеҙ.
- Теш һыҙлағанда ауыҙығыҙҙы ҡыҙыл сөгөлдөр менән сайҡағыҙ, һутты ауыҙҙа мөмкин ҡәҙәр оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ.
- Ҡан баҫымы юғары булғанда, көнөнә 3 ҡалаҡ бойҙай ашағыҙ (йыуып, бешермәйенсә).
- Тештәрегеҙҙе аҙнаһына ике тапҡыр аш содаһы һәм тоҙ ҡатнашмаһы менән таҙартһағыҙ, ағарып китер.
- Күҙҙең ҡыҙарыуын бөтөрөү өсөн, йомолған күҙҙәргә һалҡын ҡыяр телемдәре йәки ҡаты сәй, үлән төнәтмәләрендә (ромашка, бөтнөк, шалфей йәки йүкә сәскәһе) сылатылған мамыҡ ҡуйығыҙ. Әлеге төнәтмә 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы үлән сеймалы һалып әҙерләнә.
- Күҙ йәшләнеүҙән зәңгәр сәскә (василек) төнәтмәһе ярҙам итә 1 ҡалаҡ сәскәгә 500 мл ҡайнар һыу һалып, 1 сәғәт төнәтегеҙ, һыуынғас һөҙөгөҙ һәм күҙгә компресс рәүешендә ябығыҙ.
- Төрлө үләндәр ҡатнашмаһы ла ҡулланырға мөмкин: 1 ҡалаҡ аҡ әнисте 1 стакан һыуҙа 20 минут ҡайнатығыҙ ҙа, шуға берәр балғалаҡ баҡа япрағы, зәңгәр сәскә, күҙ үләне ( очанка) ҡушып, 12 сәғәт төнәтегеҙ һәм һөҙөгөҙ. Көненә 3 мәртәбә күҙгә 3-4-әр тамсы тамыҙығыҙ.
- Күҙ йәшләнгәндә, күҙҙе көнөнә 2-3 мәртәбә тары ярмаһы ҡайнатҡан һыу менән йыуыу һөҙөмтә бирә.
- Сәс һына, ҡойола башлаһа, сәс төбөнә тоҙ ышҡығыҙ ҙа, йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. 5-6 тапҡыр шулай эшләгеҙ. Процедураны аҙнаһына 2-3 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. 2 аҙнанан сәстең нығынғанын, яҡшырғанын тойорһоғоҙ
- Ирен тиреһе ҡороп ярылһа, көнөнә бер нисә мәртәбә ҡыяр һуты һөртөгөҙ. Йоҡлар алдынан иһә бал һөртөгөҙ. 15 минуттан йыуып төшөргәс, туҡландырыусы крем ҡулланығыҙ. 1 сәй ҡалағы эремсеккә шул уҡ күләмдәге кишер һуты ҡушып болғатыу һәм 20 минутҡа иренгә һөртөп тороу ҙа зыян итмәҫ.
- Үҙеңде ярты сәғәттә тәртипкә килтереү өсөн, иң элек контраст душ керергә кәрәк. Йылы һыу тәнде йылытһа, һалҡыны барлыҡ нерв күҙәнәктәрен уята.
- Кәйефте ҡара шоколад күтәрер. Унда бәхет гормондары бар.
- Ҡолаҡҡа массаж яһарға була. Уның өсөн ҡолаҡтың йомшағын ышҡырға кәрәк.
- Күҙ төбөндәге «түңәрәктәр»ҙән ҡотолорға бәрәңге ярҙам итер. Йәшелсәне ҡырғыстан сығарып күҙ ҡабағына ҡуялар. Бының өсөн пакетлы сәйҙе лә ҡулланырға була.
- Майланған сәсте 1:1 иҫәбендә һыу ҡушылған лимон һутында сылатылған щетка менән тараһаң ялтырап тормаҫ.
- Тәмләткестәр ҡушылған ризыҡ еҫе оҙаҡ һаҡлана. Уны күпме ашаған булыуға ҡарап, тештәрегеҙҙе ни тиклем таҙартһағыҙ ҙа, ауыҙҙағы еҫ 24 сәғәт буйына һаҡланырға мөмкин. Шулай уҡ оҙаҡ ашамай торғандан да ауыҙҙа еҫ барлыҡҡа килергә мөмкин. Ауыҙҙан килгән насар еҫте бөтөрөү өсөн петрушка, ҡәнәфер, әнис кеүек тәмләткестәр һәм үҫемлектәр сәйнәү файҙа бирә. Әгәр ауыҙҙан еҫ оҙаҡ ваҡыт килә икән – был шикле сигнал, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, урт, ашҡаҙан, эсәк һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар булырға мөмкин.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: