Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2020, 12:32

Яҙғы һунар асылмаясаҡ

Апрель айының һуңғы аҙнаһында яҙғы һунар миҙгеле асылырға тейеш ине.

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр: республикала ҡурсаланыу (изоляция) режимы индерелеү сәбәпле, быйыл ҡоштарға, бүреләргә, айыуға һунар бөтөнләй рөхсәт ителмәйәсәк, ти.
Юҡ, көньяҡтан ҡайтҡан өйрәктәр вирус таратмай, шулай ҙа, һунарсылар путевка юллап, күмәкләп ҡырға сығып, уңышлы һунарҙы “йыуып” өймәкләшеп йөрөгәндәренә ҡарағанда, өйҙәрендә генә ултырыуҙары хәйерлерәктер.
Читайте нас: