Һурпалы аштың файҙалы булыуы барыһына ла билдәле, хатта ҡайһы бер табиптар дарыуҙар менән бергә һурпа эсергә ҡушалар, сөнки һурпа ашҡаҙан эшен еңеләйтә һәм һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай.
Ә бөгөнгө байрамды инде йәлләмәй ит һалып, майлы ғына һурпаны ҡоротлап, һаулығыбыҙ ныҡ булыуын, яман ауырыуҙар урап үтеүен теләп ашайыҡ!