Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 11:58

Өфөлә огнемет табылғанмы?

4 апрелдә баш ҡаланың Пархоменко урамынан үтеп барыусылар ҡоралға оҡшаған әйберҙе күреп ҡала һәм полицияға хәбәр итә.

Урынға тиҙ арала ОМОН хеҙмәткәрҙәре килгән һәм табылдыҡтың бәләкәй габаритлы огнеметтың корпусы икәнлеген асыҡлаған. Шулай уҡ уның хәүеф янамағаны хаҡында белдергәндәр. Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, табылған ҡорал корпусы полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Улар был хәлгә асыҡлыҡ индерәсәк, тикшереү үткәрәсәк.

Транспортта йәки урамда сәйер әйбер йәки сумкамы, пакетмы табылһа, полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итеү кәрәклеген хәтерҙән сығармайыҡ. Был һәммәбеҙҙең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас: