Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 12:34

Таплицала ҡыҙыу эш башлана...

Һалҡынға сыҙам йәшелсәләрҙе бөгөндән ултыртырға мөмкин.

Өҫтәлегеҙҙә үҙегеҙ үҫтергән йәшел салат, һуған, шпинат, редис кеүек йәшелсәләр булһын, тиһәгеҙ, уларҙы теплицаға ултыртыу тураһында алдан уҡ ҡайғыртырға кәрәк.
Апрелдә, ҡояш йылыта башлау менән, һалҡынға сыҙам йәшелсәләрҙе ултыртырға мөмкин. Түтәлгә орлоҡтарҙы сәскәндә шуныһын иҫәпкә алығыҙ: беренсе уңышты йыйып алғас, уның урынына помидор, ҡыяр, татлы борос үҫентеләре сығарып ултыртырлыҡ булһын. Мәҫәлән, беренсе түтәлгә — шпинат, уртага — һуған, уның янына редис ултыртырға була.

Эргәләге түтәлгә — үҫенте алыу өсөн кәбеҫтә, уртала — салат, янына — брокколи, өсөнсө түтәлгә укроп, пекин кәбеҫтәһе, петрушка һәм башҡа йәшел тәмләткестәр сәсергә мөмкин. Мәҫәлән, күпселек баҡсасылар базилик, майоран, розмарин, кервель, мелисса кеүек йәшел тәмләткестәрҙе яратып үҫтерә.

Орлоҡтарҙы сәсеп, һыу һипкәс тә түтәлдәр өҫтөнә лутрасил ҡаплағыҙ. Түтәл кибеп китмәһен өсөн әленән-әле лутрасилды асып, йылы һыу һибергә онотмағыҙ. Айырыуса редис кипкән ерҙә уңыш бирмәй.

Май башында редис, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе йолҡоп алып, улар урынына өйҙә үҫтергән помидор, татлы борос үҫентеләрен сығарыу бик уңайлы. Ғәҙәттә, иртә яҙҙағы эштәр поликарбонат менән ябылған теплицаларҙа ғына башҡарыла. Пленка менән ябылған теплицаларға йәшелсә һуңыраҡ ултыртыла.
Фото: farmersalmanac.com
Читайте нас: