Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 11:53

Уны бары бер осраҡта ғына башҡа кешегә бүләк итәләр.

Туй күлмәктәренә мода ла даими үҙгәреш кисерә

Шулай уҡ кәләште башҡа биҙәүсе әйберҙәр ҙә төрлөләнә. Мәҫәлән, бер ваҡыт эшләпәләр модаға кергәйне, унан һуң башҡа диадема ғына ҡуйыу киң таралды. Шулай ҙа, белгестәр кәләштәрҙе фатанан баш тартмаҫҡа саҡыра.
Фата - ғаиләне һаҡлаусы бетеү булып һанала. Шуға ла уны кешегә биреү, һатыу тыйыла. Туйҙан һуң, фатаны күлдәк менән бергә алып ҡуйырға кәрәк. Фатаны бер генә осраҡта кешегә бирәләр - ғаилә тормошонан уңған ҡатын-ҡыҙ уны ҡыҙына бүләк итә ала.
Шул уҡ ваҡытта фата балаларҙы ла төрлө сирҙәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай, тигән ышаныу бар. Фатаны бала йоҡлаған карауатҡа беркетеп ҡуйһаң, сабый һау-сәләмәт булып булып үҫә, тип тә һанала. Сабый йоҡлаған карауатты фата менән ҡаплап ҡуйыу ҙа ошо юрауға нигеҙләнгән, ти белгестәр.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: