Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 12:16

Йылмайып-көлөп кенә

Фотограф – ир белән хатынга: – Ниңә шулай йыраҡ ултырҙығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ.

– Юҡ, һеҙ, беҙҙең уртала ара ҡалдырып төшөрөгөҙ.
– Ниңә?
– Айырылыша-нитә ҡалһаҡ, киҫеп алырға уңайлы булһын өсөн.
* * *
Икмәк магазинында бер бабай – һатыусыға:
– Һеңлем, миңә иғтибар менән ҡара әле. Мин бөгөн һеҙҙән икмәк алдыммы?
– Алдығыҙ.
– Бик ҙур рәхмәт! – ти бабай һәм чсығып китә.
* * *
Ҡатыны оҙон баҫҡысҡа баҫып, мышнай-мышнай түшәм ағарта, ә ире телевизорҙан хоккей ҡарап ултыра. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡатыны түҙмәй, иренә өндәшә:
– Ҡәҙерлем, мин йығылып төшһәм, бик ауыр булһа ла, тәнәфес башланғас “Ашығыс ярҙам” саҡыртырһың инде, йәме?
* * *
Автоинспектор бик ҙур тиҙлектә елдертеүсе автомобилде туҡтатып:
– Иң ҙур тиҙлек – алтмыш километр, ә һеҙ йөҙ егерме менән бараһыҙ!
– Инспектор, беҙ икәү бит!
* * *
Юлдан бысҡы күтәргән әбей бара.
– Әбей, ҡайҙа киттең?
– Теш табибына.
– Ниңә?
– Бына бысҡымдың ике теше һынған.
* * *
–Төрмәгә нимә өсөн эләктең?
– Ришүәт алған өсөн.
– Ә ниңә шулай тиҙ сығарҙылар?
– Ришүәт бирдем.
* * *
Реанимацияға арҡаһына бысаҡ ҡаҙалған кешене алып киләләр.
Табип:
– Ауыртамы?
– Көлгән саҡта ғына.
* * *
Йәш адвокат атаһына ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
– Атай, һин 20 йыл буйына алып барған эшеңде тамамланым һәм судта еңдем.
Атаһы:
– Алйот һин, улым. Мин ошо эште 20 йыл буйына һуҙып, һеҙҙең тамағығыҙҙы туйҙырҙым.
* * *
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале һин уны, ә, бик ҡиммәт тә түгел икән!..
***
Балалар өйөндә ауырып ятыусы уҡытыусы апайҙарының хәлен белергә килә. Уҡытыусы карауатта ята, өҫтәлдә - туп-тулы дарыу , маңлайына еүеш таҫтамал һалған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен аса ла:
– Бөгөн кем дежурный !? Сепрәкте генә еүешләп алып килегеҙ әле!
Читайте нас: