Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 21:37

Аяҡ кейемең уңайлымы?

Яңы аяҡ кейемендә көнө буйы йөрөргә ярамай, уны тәүҙә бер нисә көн берәр сәғәт кенә кейергә кәрәк.

Яҡшы күндән тегелгән аяҡ кейемен ҙурайтыу еңелерәк тә, тиҙерәк тә. Туфлиҙең артҡы яғына һабын, йәки спирт һөртһәң, ул сағында аяҡты ныҡ ҡырмаҫ. Аяҡ кейеме эсенә кибеттә һатылыусы махсус спрей һип¬тереп, уны бер нисә минут кейеп йөрөргә кәрәк. Яңы аяҡ кейеме эсенә һыуҙа сылатылған гәзит киҫәктәрен тығыҙлап тултырғас, кипкәнсе көтөргә. Шулай бер-ике тәүлек торғандан һуң, эсе иркенәйеп, киңәйеп китер.
Яҡшы күн туфлиҙәрҙең эсенә спирт йә иһә араҡы һөртөп, ҡалын ойоҡ менән кейеп йөрөргә кәрәк. Спиртты тышҡы яғына тейҙерергә ярамай, төҫө йәмһеҙләнә. Шулай уҡ, замштан һәм сепрәктән тегелгән аяҡ кейеменә лә спирт һөртөргә ярамай.
Күн аяҡ кейемен еүеш ойоҡ менән кейеп, ул кипкәнсе кейеп йөрөһәң, башҡаса аяғыңды ҡыҫмаҫ. Йәйге-көҙгө аяҡ кейемдәрен шкафҡа алып ҡуйғансы, яҡшылап таҙартып, крем һөртөргә кәрәклеген онотмағыҙ. Һәр ҡайһыһының эсенә гәзит тултырып, картон тартмала айырым һаклау яҡшы булыр.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: формаһы боҙолмаһын өсөн аяҡ кейемен вертикаль килеш ҡуйып һакларға кәрәк.
Фото: интернет.
"Торатау" гәзитенән.
Читайте нас: