Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 11:03

Бында сәнәғәт ике тапҡыр шәберәк үҫә

Алыҫ Көнсығышта сәнәғәт илдең башҡа төбәктәренән ике тапҡыр шәберәк үҫешә. Владимир Путин Кремлдә округтың тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Трутнев, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика үҫеше буйынса министр Александр Козлов менән ошо хаҡта һөйләште.

Бушҡа ер участкалары биреү прграммаһы хаҡында айырым һөйләшеү булды – бөгөн 80 мең кеше үҙҙәренә тейешен алған. Шулай уҡ социаль өлкә хаҡында ла һөйләштеләр. Владимир Путин төбәкте тиҙләтелгән үҫтереү программаһы менән ҡыҙыҡһынды. Юрий Трутнев дәүләт ярҙамы менән 2283 проект тормошҡа ашырылыуы хаҡында еткерҙе. “Төбәккә һалынған дөйөм инвестиция күләме өс триллиондан ашып китте, бөгөн 1160 миллиард. Һеҙҙең ҡушыу буйынса социаль өлкә менән шөғөлләнә башланыҡ. Өс йылға дөйөм 93 миллиард инвестиция һалына, 300 объект төҙөлдө, 200-ҙән ашыу реконструкцияланды”, – тине ул.

#Владимир Путин

Читайте нас: