Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 11:12

Ишембай дауаханаһына ортопантомограф ҡайтарылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Ишембай район үҙәк дауаханаһына һанлы ортопантомограф ҡайтарылды.

Был аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ.
Республика дауаханаларын юғары технологиялы медицина ҡоролмалары менән тәьмин итеү Республика Башлығының “Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклем стратегик йүнәлештәге социаль-иҡтисади үҫеше” ҡарарына ярашлы, медицина ойошмаларын һәм стоматология кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыу бурыстарын үтәү маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Заманса яңы аппарат пациенттарҙың тештәренең сәләмәтлеген тулыһынса һаҡлау, уларға дөрөҫ диогностика үткәреү өсөн уңайлы һәм бик тә кәрәкле. Ул бигерәк тә ауыҙ ҡыуышлығын бар тулылығында төшөрөү мөмкинлегенә эйә булыуы менән әһәмиәтле.
Әйткәндәй, бындай һанлы ортопантомограф аппараты быға тиклем Октябрьский ҡала дауаханаһына ҡайтарылды. Сиратта Белорет район һәм Сибай ҡала дауаханалары.
Фото: БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас в