Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 11:15

Сир иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе лә “аямай”

Яңы төрҙәге Covid-19 коронавирус пандемияһы тамамланғандан һуң ҡайһы бер һөнәрҙәргә ихтыяж булмаясаҡ. Был турала Прогрессив белем биреү институты эксперттары хәбәр итә.

Эш юғалтыусылар рәтендә киләсәктә туристик агентлыҡтар һәм экскурсия алып барыусылар буласаҡ, сөнки хәрәкәт итеүҙә сикләүҙәр туризм тармағына бик ныҡ йоғонто яһап өлгөрҙө лә инде.
Бынан тыш, халыҡ-ара һәм эске рейстарҙың туҡтатылыуы бер нисә авиакомпанияны банкротлыҡ сигенә еткерҙе. Бындай хәл киләсәктә был тармаҡта конкуренция артыуына килтерәсәк.
Пандемия фитнес индустрияһына ла йоғонто яһарға мөмкин. Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы тамамланғандан һуң күп кенә фитнес-үҙәктәр үҙ клиенттарын тулы күләмдә яңынан йыйып ала алмаясаҡ. Тимәк, фитнес-тренерҙар ҙа артыҡ талап ителмәйәсәк, тип һанай аналитиктар. Бынан тыш, коронавирус сире таралыуы кеүек, уның таралыуын тотҡарлап тороуҙа ҡулланылған автоматлаштырыу һәм цифрлаштырыу, шулай уҡ онлайн-сервистарҙы үҫтереү әүҙемләшә. Бындай үҫеш алған осраҡта, «профиле бүлектәрҙең кесе хеҙмәткәрҙәре, кесе аналитиктары, юристконсультанттар, банк менеджерҙары, фармацевтар, риелторҙар, event-менеджерҙар, тәржемәселәр, уҡытыусылар һәм репетиторҙар кеүек белгестәргә ихтыяж кәмеүе ҡурҡынысы һаҡланасаҡ», - тигән күҙҙаллауҙар ҙа яһай эксперттар.
Пандемия тамамланғандан һуң мода, визаж вәкилдәре һәм стационар йәмәғәт туҡланыу, шулай уҡ полиграфия хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡатмарлы осор буласаҡ. “Хатта IT-белгестргә лә ҡағылды. Бындай хеҙмәттәргә түләү ихтыяжы кәмейәсәк”, - тип аңлата Рус
кадрҙар ассоциацияһының генераль директоры Анна Старикова, мәҫәлән, быға тиклем иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булған вәкилдәр тураһында.
Ғөмүмән алғанда, пандемия һәм ул килтергән иҡтисади көрсөк бөтә хеҙмәт баҙарына үҙ билдәләрен ҡалдырасаҡ.
Башинформ.
Читайте нас: