Һөйләшеү Әрмәнстан Премьер-министры инициативаһы менән үткән.
- Коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса күрелеүсе саралар тураһында фекер алышынды. Николай Пашинян Рәсәй яғынан күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе, - тиелә хәбәрҙә.
Путин белән Пашинян һөйләшкән мәлдә, шулай уҡ, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең, шул иҫәптән Евразия иҡтисади берлеге линияһы буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлектең актуаль мәсьәләләренә лә туҡталдылар. Бынан тыш, артабан да бәйләнеш тоторға килештеләр.
Фото: РИА Новости сайтынан