Уларҙың иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 1680 метрға күтәрелә. Был тауҙар Белорет районында урынлашҡан. Уның түбәнге итәге 500 --- 700 метр бейеклектә. Бында нарат һәм ҡайын урманы. Унан өҫтәрәк 700---1150 метр бейеклектә шыршы һәм аҡ шыршы урмандары һуҙыла. Бейек Ирәмәл тауҙарында 100 төрҙән ашыуүҫемлек үҫә. Бында йәнлектәр донъяһы ла бай. Ирәмәл тауҙары бик күп туристарҙың яраткан урыны.