Кемдәрҙер емеш ағастарының, ҡыуаҡтарҙың кәрәкмәгән ботаҡтарын киҫеү, олонон ағартыу, икенселәр баҡса майҙанын таҙартыу-йыйыштырыу менән мәш килә. Ә ҡайһы берәүҙәр хатта ер ҡаҙыуға ла кереште инде. Әммә тупраҡ эшкәртеүгә иртәрәк түгелме икән? Әйтәйек, кисә ҡар яуҙы, урамда ҡул өшөткөс һыуыҡ…
Тәжрибәле баҡсасылар билдәләүенсә, яҙ иртә килде, инде ҡар бөттө тип, баҡса эштәрен ашыҡтырырға ярамай. Ниңә тигәндә, апрелдә әле барыбер үҫемлектәргә рәхәтләнеп үҫерлек йылы була алмай. Шулай ҙа ҡар китеп, ер бер аҙ йылыныуға, ҡояшлы урындарға редис ултыртырға мөмкин. Ул -3 градусҡа тиклемге һыуыҡҡа сыҙай. Ләкин түтәл өҫтөн барыбер пленка кеүек материал менән ябып ҡуйырға кәрәк. Юҡһа насар үҫәсәк.
Көҙҙән ҡаҙып-тырмалап ҡалдырылған түтәлдәргә кишер, һуған ултырта башлаусылар ҙа бар. Әммә баҡсасылар был йәһәттән дә ашыҡмаҫҡа ҡуша. Хатта һуған ултыртыу өсөн дә һис юғында апрель урталарын көтөргә кәрәк. Ә бына укроп-петрушка кеүек йәшел тәмләткестәрҙе сәсергә мөмкин. Дөрөҫ, укроп йылыраҡ һауа ярата. Шуға күрә уны теплицаға сәсһәң яҡшыраҡ.
Емеш ағастары-ҡыуаҡтары үҫентеләренә тотонорға ла иртәрәк әле. Уларҙы 15 апрелдән 15 майҡа тиклем ултыртырға кәрәк.
Һүҙ уңайынан, тәжрибәһеҙерәк баҡсасыларға тупраҡтың өлгөргәнме-юҡмы икәнен тикшереү ысулын да аңлатып үтәйек әле. Ун сантиметр тәрәнлектән бер ус тупраҡ алып йомарлайбыҙ ҙа 1 метр самаһы бейеклеккә ырғытабыҙ. Тупраҡ йомарламы ергә төшөп сәселһә, тимәк, ерҙе эшкәртергә була. Ә инде ҡоймаҡ кеүек лысҡылдап төшөүе йәки ике-өс киҫәккә тарҡалыуы тупраҡтың әле кибеп етмәүен, ҡаҙыуға тотонорға иртәрәк булыуын аңлата.