Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 17:20

Зөләйха күҙҙәрен аса" кинофильмы ҡасан күрһәтеләсәк?

"Россия 1" телеканалында Ҡазан яҙыусыһы Гүзәл Яхина китабына нигеҙләнеп төшөрөлгән күп сериялы фильм 13-16 апрелдә эфирға сыға.

Ул аҙна аҙағына ҡәҙәр көн һайын 21.00 сәғәттә башланасаҡ, тип хәбәр ителә телеканал сайтында. Һигеҙ сериянан торған фильмды күрһәтеү 16 апрелдә тәмамланасаҡ.
“Зөләйха күҙҙәрен аса” романы 2015 йылда нәшер ителеп, Рәсәйҙә күп һанлы әҙәби бүләктәргә лайыҡ булды. Роман донъяның 34 телендә донъя күрҙе.
2018 йылдың йәйендә “Россия 1” каналы “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы нигеҙендә күп сериялы фильм төшөргән. Төп ролде Сулпан Хамматова башҡара. Икенсе пландағы ролдәргә, шулай уҡ, татар театрҙары артистары ла йәлеп ителгән. Сериалдың бер өлөшө Ҡазанда һәм Татарстан районында төшөрөлгән. Бының өсөн Лаеш районында Сулман ярында ағас йорттарҙан махсус ауыл да төҙөлгән.
Фильмға, саундтрек булараҡ, "Ай, былбылым" татар халыҡ йыры һайланған. Уны Татарстандың атҡаҙанған артисы, "Голос" телепроекты еңеүсеһе Динә Ғарипова башҡара.
Гүзәл Яхинаның ауыр яҙмышлы татар ҡатыны тураһындағы әҫәре татар йәмәғәтселегендә ҡыҙыу бәхәс ҡуҙғатты. Авторҙы татарҙарҙың милли сифаттарын боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләнеләр. Шулай уҡ, уның татар халҡының тормош-көнкүрешен, милли күҙаллауын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белмәүе лә иҫкәртелде, тип яҙа "Азатлыҡ".
kiziltan.rbsmi.ru
Фото: azatlik
Читайте нас: