Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2020, 21:41

Араҡы вирусты үлтерәме?

Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары бер аҙ спиртлы эсемлек ҡулланһаң, вирус һәләк була икән, тип яҙа. Был ысынмы?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кәңәш итеүенсә, әгәр ҙә һеҙ ҡулығыҙҙы составында 60-95% спирт булған дезинфекциялау ҡатнашмаһы менән һөртһәгеҙ, эйе, бының файҙаһы буласаҡ, вирус ҡулығыҙҙа ҡалмаясаҡ.
Әммә COVID-19 инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән спиртлы эсемлекте эсергә йыйынаһығыҙ икән, уның файҙаһы бик самалы: вирусҡа ул бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Киреһенсә, алкоголде самаһыҙ ҡулланыу иғтибарҙы түбәнәйтә: ҡулығыҙҙы йыуыуырға онотоуығыҙ, шуның менән вирус йоғоу ихтималлығын арттырыуығыҙ бар.
Унан тыш, алкоголдең организмға дөйөм зыяны хаҡында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй, уның булған сирҙәрҙе көсәйтеү, һаулыҡты ҡаҡшатыу һәләте күптән иҫбатланған. Шуға инфекецияны иҫкәртеү йәһәтенән араҡыға өмөт бағлау – ҙур хата.
Фото: profile.ru
Читайте нас: