Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Апрель 2020, 12:14

Коронавирус Рәмилгә лә ҡағылғанмы?

Бөтә донъяға ябырылған афәт уға ла ҡағылмай ҡалмаған, әлбиттә. Юҡ, шөкөр, ул сирләмәй. Тик инфекция сәбәпле эше туҡтатып торолған.

Рәмил Шәмсетдиновтың тарихын бөтәһе лә хәтерләйҙер. Һалдат Байкал аръяғы крайындағы хәрби часта һигеҙ кешене атып үлтергәйне. Быға тиклем уның эше әүҙем алып барылды. Хәҙер, адвокаты Рауил Туғушев белдереүенсә, туҡтатып торолған.
Рәмилдең һаҡ аҫтында ҡалыу ваҡытын тағы дүрт айға оҙайтҡандар. Коронавирус инфекцияһы ҡоторған әлеге мәлдә бер ниндәй ҙә тикшереү эштәре алып барылмай. Рауил Туғушев тап ошо сәбәпле Читаға май айында ғына барасағын белдергән. Унда Рәмилдең Сербский исемендәге психиатрия институтында үткән экспертиза һөҙөмтәләре менән танышасаҡ. Артабан ни эшләргә икәнлеген шунда хәл итәсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: