Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Апрель 2020, 12:24

Сабый күҙҙән яҙмаясаҡ!

Донъяны танып белә генә башлаған бәләкәй малайҙың күҙеңдәге селтәр ҡатлауында яман шеш табылғас, уның күҙен операция ярҙамында алып ташлау хәүефе тыуа.

Таир ике тапҡыр химия терапияһы үткәрә. Күҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бары Швейцариялағы Лозанна ҡалаһында ғына вәғәҙәләйҙәр. Әммә бының өсөн миллион ярым самаһы аҡса кәрәк. Бәхеткә күрә, был мәсьәләне лә спонсорҙар, ғаилә ҡайғыһына битараф булмаған кешеләр ярҙамында хәл итәләр. Март айында беренсе дауа алына. Икенсе тапҡыр юлға сығыр алдынан тағы бер ҡаршылыҡҡа осрайҙар – коронавирус...
Бәләбәйҙә йәшәгән Ҡолғониндар ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнә. Таир - көтөп алынған ҡәҙерле төпсөк бала, айырыуса ағаһы Асҡар уның донъяға килеүен көтөп ала.
"Бөгөн беҙҙең ҙур шатлығыбыҙ бар, - тип башлана Лиана Ҡолғонинаның “Изгелек” фондына яҙылған хаты. - Ябылған сиктәр аша мөғжизә менән Швейцарияға барып еттек..."
Юлға сығыр алдынан ғына рейсты туҡтаталар. Ҡайҙа ғына яҙмай, кемгә генә мөрәжәғәт итмәй ата-әсә! Уйламағанда Швейцариялағы Рәсәй илселеге ярҙамға килә. Аҙаҡ мөғжизәгә тиң ваҡиғалар башлана: Швейцария илсеһе Ив Россье үҙе ҡаршыларға килә, киске ашҡа саҡыра, аҙаҡ ғаиләне министрҙар өсөн тәғәйенләнгән фатирға илтә. Лозаннаға барып етеү өсөн дә ҙур хәстәрлек күрелә.
Клиникала Лиана улы менән коронавирусҡа анализ тапшыра. Таирҙы ҡараған профессор Муньеның яңылығы әсәне һөйөндөрә: ике шештең дә әүҙемлеге кәмей башлаған. Белгес күҙгә тағы ла дарыу һалып, бер ай самаһы күҙәтеү кәрәклеген белдергән. Өҫтәүенә химия терапияһы талап ителмәйәсәк.
Ҡолғониндар тағы бер ай Лозаннала профессорҙың ҡарарын көтөп йәшәйәсәк. Самолеттар осмай, сиктәр ябыҡ. Әммә быныһы улар өсөн мөһим түгел, Таирҙың күҙҙәрен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге барыһынан да өҫтөн.
Фото шәхси архивтан.
Читайте нас: