Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2020, 12:46

Эремсекле печенье

Ял көндәрендә уңған хужабикәләр төрлө-төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын һыйлай. Һеҙгә тағы бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Эремсек - 250 грамм
Аҡ май - 100 грамм
Он - 250 грамм
Йомортҡа - 1
Ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) - 12 грамм
Шулай уҡ печеньеларҙы әүәләр өсөн шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.
Эш барышы: эремсекте май менән болғатабыҙ, йомортҡа өҫтәйбеҙ. Онды ҡамыр йомшартҡыс менән ҡушып, иләйбеҙ. Эремсекле массаға ондо әкренләп кенә ҡушабыҙ. Ҡамыр баҫып, 30 минутҡа һыуытҡыстың туңдырыу бүлегенә ҡуябыҙ. Артабан ҡамырҙы йәйәбеҙ, бәләкәй генә түңәрәк формаһында киҫәбеҙ, шәкәр ҡомо һибеп, төрәбеҙ. Духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Рецепт авторы @tatlvkai.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: