Төҙөлөшкә 25 мартта нигеҙ салынды, үҙәкте рәсми рәүештә асыу июнгә планлаштырыла. Үҙәкте төҙөү– 971 миллион һумға, уны йыһазлау 826 миллион һумға төшәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән “Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә республикала дәуаханалартөҙөү һәм уларҙы заманса йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленә, әле төҙөлә башлаған үҙәк – быға асыҡ миҫал.