Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2020, 13:02

Тыл ветерандарын юбилей миҙалдары

Бөйөк Еңеүҙең даныҡлы датаһы алдынан ағымдағы йылдың март айында райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә тиерлек тыл ветерандарына тантаналы рәүештә «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә-75 йыл» юбилей миҙалдары тапшырылды.

Сөнки фронт hәм тыл hәр ваҡыт берҙәм булды. Бишбүләк районы буйынса ике йөҙҙән ашыу тыл ветерандары барыһы ла өлкән йәштә. Күптәргә үҙ аллы йөрөүе ауыр. Район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар советы hәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалдарын өйҙәрендә тапшырҙы. Ә иң актив ветерандар өсөн был тантаналар ауыл Мәҙәниәт йорттарында булды, мәҫәлән, Айыт, Баҙлыҡ, Дим hәм Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылдарында. Был сараларҙы һәүәҫкәр артистар яҡшы концерт программаһы менән биҙәне. Коронавирус таралыуға ҡаршы үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы индерелеү сәбәпле, юбилей миҙалдарын тапшырыу Ҡушйылға, Михайловка hәм Сухоречка ауыл Советтарында, шулай уҡ Бишбүләктә булманы. Тиҙҙән барлыҡ тыл ветерандары ла лайыҡлы бyлeкте аласаҡ.
Владимир Смолов.
Читайте нас: