Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель 2020, 11:57

9-сы кластар быйыл имтиханды нисек тапшырасаҡ

Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сираттағы брифингта һөйләне.

Коронавирус инфекцияһы таралыу, үҙ-үҙеңде изоляциялау һәм дистанцион уҡытыуға күсеү сәбәпле, мәктәптә белем биреү системаһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булды.

Бөтә Рәсәй тикшернеү эштәрен һәм Дәүләт аттестацияһын үткәреү ваҡыты күсерелде. Уҡыусылар өсөн тикшеренеү эштәре май айында дистанцион төрҙә уҙасаҡ. БДИ-ҙы — 8 июндә, төп дәүләт имтиханын 9 июндә үткәреү ваҡыты ла күсерелер, моғайын.

Республиканың 9-сы класс уҡыусыларына төп дәүләт имтиханын тапшырыуҙы еңеләйтәләр — имтихандар рус теле һәм математика буйынса ғына буласаҡ.

К-вирус таралыу, граждандарҙың үҙ-үҙен изоляциялауға күсеүе һәм дистанцион уҡытыуға бәйле рәүештә, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү ваҡыты ғына түгел, ә төп дәүләт имтиханы буйынса тапшырыла торған фәндәр исемлеге лә үҙгәрәсәк. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бәйән итте.
- Һайлап ала торған ике фән буйынса 9-сы класс уҡыусылары имтихан тапшырмаясаҡ , — тине Айбулат Хаҗин.
Фото: vuslon.ru
Башинформ.
Читайте нас: