Ҡала зыяраттарында урындар юҡ, хәҙер. Төньяҡ зыяратҡа ғына ерләйҙәр» тип яҙып сыҡты «Киске Өфө» гәзите. Әйткәндәй, күп ҡалаларҙа ошондай уҡ хәлдәр күҙәтелә. Ишембай ҡалаһында ла ер булмау сәбәпле, яҡындарыбыҙҙы Богдановка тигән ауыл янындағы зыяратҡа күмергә тура килде.