Тик уларҙы оло юлдан, заводтар тирәһенән ситтә, урман-яландарҙа йыйыу һәйбәтерәк. Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай. Улай иткәндә, шифаһы теймәйәсәк. Еләҫ ерҙә яҡшылап киптерелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.
андыҙ – девясил; һары мәтрүшкә - зверобой
юл япрағы - подорожник; Һабын үләне - мыльнянка;
шиңмәҫгөл - бессмертник; алтей үләне - алтей;
бесәй үләне - валериана; туғай яраны - герань луговая;
ҡырҡбыуын үләне - полевая хвощь; бөтнөк - мята;
ҡандала үләне - донник; сөйәл үләне - чистотел;
эт дегәнәге, һырлан - череда; артыш - можжевельник;
етен үләне - льнянка; көтөүсе муҡсаһы - пастушъя сумка;
миләүшә - фиалка; арыҫлан ҡойроғо - пустырник;
боланут - иван-чай; тырнаҡ гөл - календула;
еҙтөймә – пижма; меңъяпраҡ – тысячалистник;
кейәү үләне - чабрец; ҡаҙ үләне - горец птичий;
һаҙанаҡ – багульник болотный; әрем - полынь;
туҡранбаш - клевер луговая; бәпембә - одуванчик;
сусҡа дегәнәге - дурнушник; быуын сәскә - цикорий;
Дегәнәк – репейник; лопух большой;
Татлы тамыр - солодка; йылантамыр - шалфей;
ҡымыҙлыҡ – кислица; гөлйемеш - шиповник;
ат ҡуҙғалағы - коньская щавель; алабута – лебеда;
Һары мәтрүшкә. Сәскә атҡан осорҙа һабағы менән 15-20 сантиметр оҙонлоғонда йыялар. Сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.
Аҡ сәскәне (ромашка). Француздар уны сәй урынына эсә. Болгарҙар иһә һалҡын һыуҙа төнәтеп эсә. Бының өсөн 10 балғалаҡ ҡоро сәскәгә ике стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, ябыҡ һауытта 8 сәғәт самаһы тоторға кәрәк.
Төнәтмәһен шулай уҡ тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр, яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Әрем. Беҙҙең яҡтарҙа әрем үләне бик күп. Күптәр был үлән сәскә атҡан ваҡытта аллергия менән яфалана. Тик уның да файҙаһы тураһында ла оноторға ярамай. Ҡара әрем төнәтмәһе йөрәкте тынысландыра. Аҡ әрем эфир майҙарына бай, уның төнәтмәһен ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, эсәк, ауырыуҙары булғанда эсергә кәрәк. Эсәктә булған бар зыянлы микроорганзмдарҙы йыуып сығара. Тик әрем төнәтмәһен бер айҙан артыҡ эсергә ярамай, ауырлы ҡатындарға ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә.
Дегәнәктең файҙаһы тураһында белмәгәндәр һирәктер. Дегәнәк тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ревматизм, подагра, шәкәр диабеты булғанда, ашҡаҙандың гастрит, тиренең экзема, сиҡан кеүек ауырыуҙарынан ҡулланыла. Төнәтмәне әҙерләү: 2 ҡалаҡ киптереп ваҡланған тамырын 1 стакан һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урныда 3-4 сәғәт тоторға кәрәк. Талғын утта 15-20 минут ҡайнатып алырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Туҡранбаш. Был үләндең ҡыҙыл сәскәләрен йыйырға кәрәк. Йәй айҙарында үҫемлектәрҙең бөтә файҙаһы сәскәһендә һәм япрағында. Ә яҙын һәм көҙөн тамырҙарын йыйыу файҙалы. Уны һалҡын тейеүҙән, аппетит булмағанда, ҡолаҡтар шаулағанда, гипертониянан, күҙҙәр эренләгәндә ҡулланалар.
Шайтан таяғы ҙур дауалау көсөнә эйә. Унан сироп яһап эсһәң, теләһә ниндәй йүтәл йыуып алғандай була. 150 г шайтан таяғы сәскәһен 1.5 стакан һыуға һалырға, шуға 100 г шәкәр ҡомо өҫтәп, талғын ғына утҡа ҡуйырға һәм, бер өҙлөкһөҙ болғата-болғата һауыттағы сироп яртылаш кәмегәнгә тиклем ҡайнатырға кәрәк. Унан һуң һөҙөп алырға һәм йүтәл ваҡытында тәүлегенә 4-5 тапҡыр ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡабырға. Дауаланыу курсы 10-12 көн.
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ.
Ҡурай еләге һәм ҡарағат япрағы сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.