Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта алтын, көмөш йәки ҡиммәтле тиреләр менән бер үк хаҡта йөрөгән. Шундай үҫемлектәрҙең иҫәбенә ҡәнәфер менән баҙыян да ингән.
Ҡәнәфер ағасы (Сигизиум ароматикум) – гвоздичное дерево – мирт үҫемлектәре ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел ағас. Сәскәләре ваҡ ҡына, аҡ йәки алыһыу төҫтә. Сәскә бөрөләрен өлгөрөр алдынан ғына йыйып киптерәләр. Бына ошо киптерелгән сәскә бөрөләре үҙенең көслө хуш еҫе менән беҙгә таныш булған ҡәнәфер тип атала ла инде. Ҡәнәфер составында 18 процентҡа (!) тиклем эфирлы ҡәнәфер майы бар. Йыйылған ҡәнәферҙең бер аҙы ғына аш тәмләткес сифатында ҡулланыла, ә күп өлөшө ҡәнәфер майы алыу өсөн эшкәртелә. Ҡәнәфер майы, билдәле булыуынса, парфюмерияла, фармакологияла киң ҡулланыла.
Ҡәнәфер ағасының тыуған иле – алыҫ Молукка утрауҙары. Был утрауҙы XVII быуатта голландецтар баҫып ала һәм ҡәнәфергә монополия булдырыу маҡсатында уны сер итеп оҙаҡ һаҡлайҙар.
Әммә XVIII быуатта француздар ҡәнәферҙе үҙҙәренең колонияһына – Маврикий утрауҙарына күсереп үҫтерә башлай, ә һуңғараҡ инглиздар уны Занзибар утрауҙарына күсерә. Әйткәндәй, хәҙер ҡәнәферҙең ағасы һуңғы ваҡытта Мадагаскар утрауында ла үҫтерелә.
Баҙыян (Илисиум верум – бадьян настоящий) үҫемлектәр донъяһының баҙыяндар ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел ҡыуаҡ, йәғни ҙур булмаған ағас. Ул Бирмала, көньяҡ-көнсығыш Һиндостанда, Төньяҡ Америкала Флориданан алып Луизианаға тиклем, Ҡытайҙың көньяғындағы тауҙарҙағы урмандарҙа, күләгәле ҡыуаҡлыҡтарҙа, шырлыҡтарҙа үҫә. Баҙыяндың емештәрен шулай уҡ медицинала, кулинарияла тәмләткес, парфюмерияла хуш еҫле үҫемлек сифатында ҡулланалар. Японияла, Көньяҡ Кореяла үҫкән баҙыянды, изге үҫемлек һанап, храмдарҙа, буддаларҙың зыяраттарында үҫтерәләр. Баҙыяндың беҙ әйтеп киткән бөтә төрҙәре лә Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры буйҙарына күсереп ултыртылған.
Шуныһы ла лайыҡлы: ҡәнәфер бөртөктәре лә, баҙыян емештәре лә, ифрат оҙон юлдар үтеп, боронғо башҡорттар араһында киң таралған булған. Башҡорт халҡының мәшһүр “Шәүрә килен” тигән йырында был үҫемлектәрҙең икеһе лә телгә алына. Уларҙың ҡатын-ҡыҙҙар араһында биҙәнеү-төҙәнеү маҡсатында ярайһы уҡ киң ҡулланылыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Шулай итеп: “Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян...” юлдары бик тә реаль күренеш. Был алтын хаҡына торошло үҫемлектәр башҡорттарға ниндәй юлдар менән килеп еткәндер – уныһы беҙгә ҡараңғы.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.