Колбаса менән саманан тыш мауығыу һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс, тип белдерә гастроэнтеролог Инна Мазько. Ул әлеге продукт составында соя, крахмал, желатин, аҙыҡ өҫтәмәләре, тәм көсәйткестәр, буяғыстар һәм нитриттар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Колбасалағы ит, күп тигәндә, 40 процент самаһы ғына. Өҫтәүенә, йыш ҡына был түбән сифатлы ит, эсәк-ҡарын, ваҡланған кимерсәк һ.б.", - ти Мазько.
Табип билдәләп үтеүенсә, колбасаның төҫөн яҡшыртыу өсөн буяуҙар, нитриттар ҡулланалар. Әгәр уларҙы даими ҡулланһаң, яман шеш ауырыуына тарыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килә. Фосфаттар кальций үҙләштереүҙе боҙа, был, үҙ сиратында, остеопороз йәки рахит сиренә килтереүе мөмкин.
Әммә, Мазько әйтеүенсә, етештергәндә табиғи ингредиенттар ҡулланыла торған колбасалар ҙа бар. Мәҫәлән, ҡан ҡаҙылығында тимер бик күп, ундай продукт анемияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Бары тик ҡош һәм һыйыр итенән генә яһалған колбасаларҙа майҙар аҙ була, ә улар - бик яҡшы аҡһым сығанағы.