Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь 2020, 14:00

Көн исемдәре

Билдәле булыуынса, көн исемдәрен башҡортса дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесеаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе һүҙҙәре менән атау ҡабул ителгән.

Беҙгә улар фарсы теленән ингән. Был һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Бына уларҙың мәғәнәләре: йәк, ду, ши (шикси), шар (чәһәр) ҡушымталар – бер, ике, өс, дүрт һандарының исемдәре. Фарсылар шуларға шәмбе һүҙен (көн тигән һүҙҙе) ҡушып. Аҙна көндәре исемдәрен яһағандар: йәк-шәмбе (беренсе көн), дү-шәмбе (икенсе көн), шикси-шәмбе (өсөнсө көн) шар (чәһәр) – шамбы (шәмбе) (дүртенсе көн. Кесеаҙна көнө татар әҙәби телендә пәнжешәмбе тип атала. Фарсыса пәнже дүртенсе тигәнде аңалата. Йома һүҙе лә дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмай. Фарсылар уға дини мәғәнә һалған. Ул йыйылыу көнө (намаҙға йыйылыу) тигәнде аңлата. Шәмбе – бөтә көндәрҙең иң һуңғыһы, ул көн тигән мәғәнәне генә бирә. Унан һуң аҙна көндәре башланып китә.

Ләкин халыҡ араһында көн исемдәренең башҡа варианттары ла бар. Мәҫәлән. Татар теленең көнбайыш диалекты вәкилдәре – мишәрҙәр көн исемдәрен башкөн (дүшәмбе), бушкөн (шишәмбе), ҡанкөн (шаршамбы), кесеаҙна йәки аҙнакис (кесеаҙна), аҙнаҡөн (йома), аҙнарас көн (шәмбе), урыҫ аҙнаһы көн (йәкшәмбе) тип тә йөрөтәләр.

Көндәрҙең төрлө диалекттарҙа осраған төрлө исемдәре ошо варианттарҙан алынған да инде.

Ғалимдар ”аҙна” һүҙен фарсы теленән килеп ингән тип фараз итәләр. “Аҙна” һүҙе фарсыса һәф-тә (ете) һүҙенән килә. Мишәрҙәрҙең аҙна көн (йома). Аҙнарас көн (шәмбе), урыҫ аҙнаһы көн (йәкшәмбе) һүҙҙәре айырым иғтибарға лайыҡ. Бынан күреүенсә, уларҙа аҙна көн (йома) байрам көнө, йәғни ял көнө һаналған. “йәкшәмбе”не улар урыҫ аҙнаһы тигәндәр, ә шәмбе иһә үҙенән-үҙе ике аҙна тураһындағы көн, йәғни “аҙнарас көн” булып киткән.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас: