Икенсенән, ҡайһы бер гөлдәр көнкүреш йыһаздары бүлеп сығарған электромагнит тулҡындарын йота.Шулай уҡ бүлмә гөлдәре атмосфераны артыҡ туҙандан, токсиндарҙан һәм ауыр металдарҙан таҙартырға һәләтле.
Өсөнсөнән, күпселек гөлдәр киҫелгән, янған, ялҡынһынған урындарҙы дауаларға ярҙам итә, косметика составында да ҡулланыла.
Халыҡ һынамыштарына ышанһаң, бүлмә гөлдәре хужаларға һаулыҡ һәм именлек килтерә.
Яран гөлө
Яранды бүлмә гөлдәре араһында иң популяры тип бер ниндәй арттырыуһыҙ әйтергә була. Ул уникаль үҙенсәлектәргә эйә. Был гөлдөң еҫе баш ауыртыуынан ҡотолорға ярҙам итә, ә уның эфир майын мигрень булғанда сикә тирәһенә һөртөргә кәңәш ителә.Бынан тыш ул йоҡоно яйға һала, ярһыусанлыҡты һәм нерв көсөргәнешлегенән ҡотолорға ярҙам итә.
Яран гөлө мәхәббәтте һәм гармонияны һаҡлай тип һанала. Бындай йортто ҡара көстәр урап уҙа икән.
Бөтнөк
Өйҙә бөтнөк үҫтереү матди хәлде яҡшырта һәм уңыш килтерә тип һанала. Был үҫемлек шөбһәләнеүҙе бөтөрә, көсөргәнешлектән арындыра. Бөтнөктөң еңелсә еҫе ҡан баҫымын яйға һала, баш ауыртыуын һәм күңел болғаныуын баҫа.
Фикус
Әлеге иҫ киткес матур үҫемлек өйгә байлыҡ һәм уңыш килтерә. Борсолоуҙы кәметә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Һауаны таҙарта, уны кислород менән байыта. Йоҡо сифатына ыңғай тәьҫир итә. Ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта тигән ышаныу ҙа бар.
Толстянка
Был гөлдө үҫтермәгән кеше һирәкте. Ул фитонцидтар һәм флавоноидтар бүлеп сығара, ауырыуҙар килтереп сығара торған микроорганизмдарҙы кәметә.
Толстянканы «аҡса гөлө» тип тә атайҙар. Әммә был сифатҡа яҡшылап тәрбиәләнгән гөл генә эйә була. Ауырыу гөл хужаһына киреһенсә тәьҫир итә тип һанала. Кеше финанс йәһәттән сығымдарға дусар була, аҡсаһын юғалта. Бындай хәл булмаһын өсөн өйөгөҙҙәге толстянка дөрөҫ тәрбиәләнгән, матур булырға тейеш.
Толстянканы йоҡо бүлмәһенә ҡуйырға кәңәш ителә: ул йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолорға һәм иртән үҙеңде яҡшы хис итеп уянырға ярҙам итә.
Цикламен
«Аталар һәм балалар» конфликтын яйға һалырға ярҙам итә, бигерәк тә килен менән ҡәйнә, кейәү һәм ҡатындың әсәһе араһындағы мөнәсәбәттәргә ыңғай тәьҫир итә. Сәскә ата торған был гөл өйгә байлыҡ һәм именлек килтерә.
Кухняла үҫтерә торған гөлдәр: хлорофитум; толстянка; столетник; фиалка.
Балалар бүлмәһендә үҫтерә торған гөлдәр: лимон; сансевиерия; каланхоэ; бегония; хлорофитум.
Йоҡо бүлмәһендә йоҡоно яҡшырта һәм нерв көсөргәшлеген бөтөрә торған гөлдәр ултыртырға кәңәш ителә. Мәҫәлән, алоэ; розмарин; каланхоэ; бегония; аспарагус.
Сығанаҡ: https://intertat.tatar