Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2020, 10:49

Эсеүемде ташлағаныма һирәктәр ышана

Районға сығыр алдынан ауыл биләмәләре башлыҡтары, тораҡ пункт старосталары менән алдан һөйләшеп, кем тураһында яҙырға кәңәшләшеп барырға тырышабыҙ.

Абруйлы, алдынғы ғаиләләрҙе, оҫталарҙы, кәсепселәрҙе, тырыш ауылдаштарын уларҙан да яҡшыраҡ кем белһен инде тағы. Хәйер, улай тиһәң, өлгөлө ғаиләләрҙе, ауыл уңғандарын урамға килеп ингәс тә еңел табырға була. Ундайҙарҙың йорт-ҡураһы, ихатаһы төҙөк, сағыу төҫтәргә буялған, һинең иғтибарыңды әллә ҡайҙан йәлеп итеп, саҡырып тора. Гәзиткә яҙҙырып йөрөгәндә лә ғәҙәттә шундай йорттарға ғына һуғылабыҙ тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Бер нисә йыл элек шулай гәзиткә яҙҙырып йөрөгәндә ҡоймаһыҙ, янында бер яҡҡа ауыша башлаған иҫке мунсаһынан тыш башҡа ҡаралтыһы булмаған йортҡа инергә тура килде. Дөрөҫөрәге, саҡырып индерҙеләр. Урамда бер үҙе уйнап йөрөгән 4-5 йәшлек малай, беҙгә лә инегеҙ, тип ихласлап әйҙүкләне. Баланың һүҙен йыҡмайым тип, уның артынан эйәрҙем. Бәләкәй генә иҫке йорттоң тупһаһы, солан иҙәне таҙа итеп ҡырып йыуылған. Алты мөйөшлө өйҙөң түрендә бишек эленгән. Уның янында 45 – 50 йәштәрҙәге ҡатын боронғоса ҡолға ултыртып, йөн иләй. Тигеҙ итеп тетелгән йомарлам тилбер бармаҡтар араһында һәғәттә нәҙек һәм тигеҙ епкә әйләнә.
Ейәне менән ят кешенең инеүен күреп, һикереп торҙо, ғәйепле кеше һымаҡ, юғалып ҡалды. Мин нимәлер әйтергә лә өлгөрмәнем, балаларҙың тамағы туҡ, һөт тә, май ҙа бар, тип һыуытҡысын асып күрһәтте. Ул да булмай теге шуҡ малай пластик шешәләге һөттө күтәреп эсә лә башланы.
- Бигерәк һөт ярата, - тине ҡатын аҡланғандай. – Ҡулыңды йыу ҙа әйҙә ашарға, - тип, бер туҫтаҡ яңы бешкән пирожки ултыртты. Урамдан асығып ингән малай инәлтеп торманы, йәһәтләп өҫтәл артына уҙҙы. Шунда ғына мин ниндәй маҡсат йөрөүемде әйтергә форсат таптым. Ҡатын еңел һулап ҡуйҙы:
- Һеҙҙе бит мин опеканан икән, тип уйланым. Улар шулай тикшереп тора. Ҡыҙымдың балаларын ҡарайым. Уларҙы әсәһенән алырға уйлағайнылар, үҙемә алып ҡайттым. Бирмәй ҡырталаштылар, әлбиттә. Яҡын-тирәлә минең дә эскесе тигән яманатым сыҡҡан шул. Әммә аҡтыҡ көсөмдө туплап, ошо балалар хаҡына яман ғәҙәтемде ташланым. Ҡыҙыма тейешле тәрбиә, һөйөү бирә алмағаным өсөн ҡалған ғүмеремде ейәндәремә арнарға булдым. Алла бар, ул миңә ярҙам итә, көс бирә, - тип башланы ҡатын үҙенең еңел булмаған тормош сәхифәһен.
Оҙаҡ йылдар эсеп ныҡ ҡына таушалғанлығы, ҡаш өҫтөндә, яңағында тәрән яра эҙҙәре күренә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы танышымдың ҡасандыр бик һылыу булыуын төҫмөрләргә мөмкин ине.
- Үкһеҙ йәтим үҫтем. Атайымды хәтерләмәһәм дә, әсәйемдең эсеп үлгәнен беләм. Өс-дүрт йәштәр ине миңә ул ваҡытта. Артыҡ күп эсеүҙән айнымай ҙа күршеләрҙең ишек алдында яҡты донъя менән хушлашты ул. Бала сағым, үҫмерлек йылдарым балалар йортонда, интернатта, туғандарҙа йөрөп үтте. Медик булырға хыялландым, әммә уҡып булманы. Ун һигеҙем тулыр-тулмаҫтан тормошҡа сыҡтым. Атай-әсәй һөйөүен күрмәгәс, Хаҡ тәғәләм исмаһам ир бәхете насип итһен ине тигән хыялым да бойомға ашманы. Ул минән һигеҙ йәшкә өлкәнерәк ине, эсергә яратты. Уныһына түҙер инем дә ул, ныҡ көнләште. Ауылда ул ҡушмаған ир йораты ҡалмағандыр. Мәктәп уҡыусыларынан алып, бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә булған оло йәштәге бабайҙарҙан да көнләй ине. Юҡ сәбәпте бар итеп, айырылышыуҙы йылдан-йыл һуҙып тик килдем. Сығып китеп, баш терәр урыным да юҡ ине инде.
Эскегә бирелеүемдә иремде генә ғәйепләмәйем. Араҡы ҡолона әйләнеүемдә үҙемдә лә бар ғәйеп. Ҡайҙа ҡаҙ өмәһенә, һарыҡ ҡырҡырға, өй һыларға, баҡса ултыртырға, дебет иләргә – бөтә ерҙә мин башлап йөрөнөм. “Һинең ҡулың түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы” тип, һалпы яғыма һалам ҡыҫтырып, эшем өсөн аҡса менән түгел, ә “аҡ баш” менән ризаланылар. Арзан да, өҫтәүенә үҙҙәренә лә өлөш сыға. Хәҙер уйлайым: эшләгәнемә аҡса түләһәләр, бөгөн ауылда минән дә бай кеше булмаҫ ине.
Ҡыҙым ваҡытында йүнле тәрбиә күрмәгәс, насар юлға баҫты. Эсте, тартты, юғалды... Ҡурсаҡ кеүек матур ҡыҙымдың ҡырын юлға китеүендә үҙем ғәйепле. Әрләргә лә, өгөт-нәсихәт бирергә лә хаҡым юҡ бит минең. Хәҙер ятһам да, торһам да Аллаһу Тәғәләнән ҡыҙымды хаҡ юлға баҫтырыуын һорайым. Юғары көс бар ул, уға мин ныҡ ышанам, ул барыбер ярҙам итәсәк. Аяғыма баҫырға ла ул булышлыҡ итте. Юғиһә дауаланам тип, ҡайҙа ғына йөрөмәнем, кемгә генә мөрәжәғәт итмәнем. Ә бына ошо балалар хаҡына мине дөрөҫ юлға баҫтырыуын, күңелемде нурландырыуын, тәүфиҡ биреүен ялбарҙым, илай-илай һораным. Ярҙам итте, көс бирҙе...
Эсеүемде ташлағаныма бик һирәктәр ышана. Элекке ҡыҫтай-ҡыҫтай эсергән күршеләрем мыҫҡыллы ҡараш ташлай, әммә миңә унан ҡыйын түгел. Үҙемдә ниндәйҙер эске ныҡлыҡ, эске ҡеүәт тоям. Уның көндән-кән нығынғанын һиҙәм. Кәүҙәм турайғанын, башым күтәрелгәнен беләм.
Ә үткән көндәремде уйламаҫҡа тырышам. Бәхетле мәлдәрем бик аҙ минең, беләм. Үҙемдең түбәнлеккә төшкәнемде ниңә хәтерләргә? Алға ҡарап йәшәргә өйрәнәм. Ейәндәремде лайыҡлы итеп үҫтереү, ҡыҙымды дөрөҫ юлға баҫтырыу хаҡына...
Ошо ваҡыт бишектәге бала тауыш бирҙе. Ҡатын ғәфү үтенде лә, ҡулын сайып, өй түрендәге сәңгелдәккә ашыҡты. Шундай һөйөү менән ҡараны ул сабыйға, наҙ тулы күҙҙәре менән баҡты. Ҡояш нурынан да яҡтыраҡ, иркәрәк, йылыраҡ был ҡарашты бала ла тойҙо һәм шунда уҡ тынысланды. Ул да булмай мине эйәртеп ингән малай ҙа өләсәһе менән ҡустыһына барып һыйынды. Был илаһи мәлде боҙғом килмәне. Бер-береһенең йылыһын, мөхәббәтен, бер-береһенә кәрәклеген тойоп ултырһындар әйҙә.
Урынымдан ҡуҙғалғанымды күргәс, ҡатын:
- Минең хаҡта нимәлер яҙа торған булһағыҙ, шуны ла онотмағыҙ әле: араҡы – ул бөтә бәләнең башы. Бәхетле булғығыҙ килһә, ҡулығыҙға ла алмағыҙ. Үлтереш, суицид, юл-транспорт ваҡиғалары, йоғошло ауырыуҙар, зәғиф балалар, хәйерселек, енәйәтселек – бөтәһе лә йөҙ грамм араҡынан башлана. Тағы ла шуны әйтергә тейешмен: кем дә кем “йәшел йылан” ағыуы менән зарарланған булһа, уны ташларға бер ҡасан да һуң түгел. Иң беренсе – үҙегеҙгә ышанығыҙ! Аллаһтан һорағыҙ, ул мотлаҡ ярҙам итәсәк, - тип оҙатып ҡалды.
Ихатаға сыҡҡас, үҙ күҙемә ышанмай аптырап йығылып китә яҙҙым – рәшәткәһе булмаһа ла, өй тирәләй күҙҙең яуын алып аллы-гөллө сәскә үҫә икән дә! Ингән ваҡытта телдәр малайға албырғап, иғтибар ғына итмәгәнмен. Ә тәҙрә төбөндә халыҡта һөйөү елкәне йәки ҡатын-ҡыҙ бәхете тип йөрөтөлгән спатифиллум күпереп сәскә атҡан. Бик һирәктәрҙе генә ҡыуандыра ул был гөл. Был ҡатын, һис шикһеҙ, бәхетле булырға тейешлегенә ишаралаған һымаҡ булды был асышым. Һәр хәлдә мин уны шулай ҡабул иттем...

Венер Исхаков.

Читайте нас: