Дим буйҙары
+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель 2021, 11:30

29 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө

Бейеүсе Минзиә Биктимер ҡыҙы Насибуллина 1948 йылдың 20 июнендә Башҡортостандың Бишбүләк районы Саҡмағош ауылында донъяға килә.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә уның бала сағы. Ҡыҙға биш йәш тулғанда, атаһы вафат була. Әсәһе ике бала менән тол ҡала, шуға ҡарамаҫтан, ул балалар йортонан иренең тәүге никахтан тыуған улын да тәрбиәгә ала.
Минзиә Насибуллина тыуған ауылында 8-се класты тамамлағандан һуң, күрше Айыт урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Шул йылдарҙа ул ауыл клубының сәхнәләрендә бейей. Юғары кластарҙа уҡығанда уны 8-селәргә вожатый итеп ҡуялар, ул яңынан-яңы бейеүҙәр өйрәнеп, уҡыусылар менән концерттар әҙерләй.
Артабан Өфө ҡалаһына юл тота һәм педагогия училищеһының мәктәпкәсә бүлегенә уҡырға инә. Әммә, әсәһе ауырыу сәбәпле, уға ҡабат ауылға әйләнеп ҡайтырға тура килә. Артист булырға хыялланған Минзиә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының хореография бүлегенә документтарын тапшыра, ләкин үҙенән күпкә сибегерәк ҡыҙҙарҙың уҡырға килеүен күреп, ғаризаһын театр бүлегенә яҙа. Тасуири уҡыу, драма әҫәрҙәрендә ҡатнашыу уға еңел бирелһә лә, ул hәр саҡ сәхнәлә бейергә хыяллана. Матди сәбәптәр арҡаһында, Минзиә ситтән тороп уҡыуға күсә һәм ауыл мәктәбендә балалар уҡыта.
Минзиә Насибуллина ҡулына диплом алғас, 1965-1966 йылдарҙа Айыт ауылында клуб мөдире булып эшләй, ә артабан, йәғни 1966 йылда район үҙәгендәге Мәҙәниәт һарайына методист һәм директор итеп тәғәйенләнә. Һәләтле ҡыҙ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр менән бик күп фестивалдәрҙә ҡатнаша. Талантлы коллектив Һамар, Силәбе, Ульяновск ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай. Шулай бирелеп мәҙәниәт өлкәһендә эшләп йөрөгәндә, уны Өфөгә ике айлыҡ курстарға ебәрәләр. Бына ошо ваҡытта уны Хашим Мостаев күреп ҡала һәм үҙенең ансамбленә саҡыра, әммә Минзиә Насибуллина өсөн был ижади коллектив шундай юғары бейеклектә була, ул үҙен һынап ҡарарға ла ҡыймайынса ҡайтып китә. Шулай ҙа унда профессиональ артист булыу хыялы шул тиклем көслө була һәм 1970 йылда Минзия Нәсибуллина Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Һәләтле ҡыҙ театр факультетында уҡый башлағанда уҡ, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт бейеү ансамбленә конкурс барыуын ишетә һәм үҙен һынап ҡарай. Минзиә Насибуллина комиссия ҡарамағына башҡорт халыҡ бейеүе “Заһиҙә”не тәҡдим итә, ә уның өҫтөндә Фәйзи Ғәскәровтың китабы буйынса үҙе теккән костюм була. Ҡыҙҙың үҙен ышаныслы тотоуын, түҙемлеген һәм сибәрлеген күреп, Фәйзи Ғәскәров уны данлыҡлы ансамблгә саҡыра.
Минзиә Биктимер ҡыҙы яратҡан эшенә бар көсөн һала. Ул ҙур тырышлыҡ менән «Зарифа», «Гөлнәзирә», «Гопак» hәм башка дөйөм бейеүҙәрҙе өйрәнә. 1971 йылдың 20 мартында, ВЛКСМ-дың 40-йыллығы исемендәге Мәҙәниәт йортонда ул тәү тапҡыр самауыр менән «Шаян ҡыҙҙар» бейеүен башҡара. «Килен», «Димсе», «Кисен ҡапҡа янында», «Әсә образы».һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәрен шул тиклем оҫта башҡара, һәр ҡараш, һәр хәрәкәт тамашасыға яҡын була.
Минзиә Насибуллина-Ханнанованың сағыу таланты союздаш республикалар дуҫлығы фестивалдәрендә бер нисә тапҡыр билдәләп үтелә. Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең Советтар Союзында да, сит илдәрҙә лә уңыш һәм дан ҡаҙаныуына Минзия Биктимер ҡыҙы ла ҙур өлөш индерә. «Килен», «Яусы», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Шаян ҡыҙҙар», «Ҡурай моңо саҡыра» кеүек бейеүҙәрен Франция һәм Италияла, Финляндия һәм Швейцарияла, Индия һәм Венгрияла һәм башҡа илдәрҙә көслө алҡыштарға күмәләр.
Быйылғы йылдың 5 апрелендә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе, Минзия Биктимер ҡыҙының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Башҡорт мәҙәниәтен ысын күңелдән яратҡан Минзиә Насибуллина-Ханнанова сәхнә биҙәгё булды, ысын мәғәнәһендә талантлы артист ине.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Архивтан алынған фото.

Читайте нас в