Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2021, 01:48

Файҙалы кәңәштәр

Ултырған”, бәләкәсәйгән трикотаж кейемгә элекке хәленә ҡайтарырға була

Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-булкалар иртәгәһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ. Ҡамыр матур ҡабарһын өсөн баҫыр алдынан ондо мотлаҡ иләргә тырышығыҙ, был ондо ҡый-һайҙан таҙартыу өсөн генә түгел, кислород менән байытыу өсөн дә кәрәк.

Шулай уҡ ҡамырға һөт урынына ярты стакандай минераль һыу өҫтәргә мөмкин. Ҡабарынҡы бәлештәр иртәгәһенә лә үҙ тәме менән ҡыуандырыр.
Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтәләй ел булмаһын, ел булғанда, тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килеп, бәлештең өҫтө ҡаты буласаҡ.
Әсе ҡамыр баҫҡанда, онға ҡуша торған һөт йәки һыу 30-30 градус йылылыҡта булһын, унан эҫерәк йәки һыуығыраҡ булһа, сүпрә матур ҡабармаясаҡ.

✅Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк.

Бәлештең өҫтөн бешерер алдынан йомортҡа ағы менән буяғанда, матур һәм ялтыр төҫлө булып бешә.
Ҡамырға ҡушыр алдынан йөҙөмдө онда әүәләп алыу кәрәк.
Бәлеште эҫе килеш ҡырҡыу ярамай. Әммә ҡырҡырға тура килһә, бысаҡты тәүҙә эҫе һыуға тығып алып, аҙаҡ ҡоротҡансы һөртөп эш иткәндә, бәлеш үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.

✅“Ултырған”, бәләкәсәйгән трикотаж кейемгә элекке хәлен ҡайтарырға була. Бының өсөн уны дымлы сепрәк аша үтекләргә, үтекләгән мәлдә ипләп кенә кәрәкле ерҙәрен һуҙғыларға кәрәк.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас в