Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2021, 19:35

Сауҙа үҙәктәре ябылған

Октябрьский ҡалаһындағы ике сауҙа үҙәгенең эшмәкәрлеге яңы коронавирус инфекцияһын таратыуға ҡаршы сараларҙы үтәүгә бәйле етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсегә тиклем туҡтатылып торҙо. Был турала республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында хәбәр ителә.

Сауҙа үҙәктәре ябылған
Сауҙа үҙәктәре ябылған

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Роспотребнадзор, ҡала хакимиәте һәм полиция менән берлектә Октябрьский ҡалаһының сауҙа үҙәктәрен Башҡортостан Башлығының “Юғары әҙерлек” тәртибен индереү тураһындағы” Указын үтәүгә бәйле тикшереп сыҡты. Һөҙөмтәлә “Простор”, “Мечта" һәм “Универсал” сауҙа үҙәктәрендә етешһеҙлектәр асыҡланған.

“Тикшереү барышында Октябрьский ҡалаһының өс сауҙа үҙәгендә етешһеҙлектәр теркәлде. Ингән урында тән температураһы йүнләп үлсәнмәй. Шулай уҡ сертификаттар һәм белешмәләрҙе тикшермәйҙәр, иҫкәрмә һәм листовкалар юҡ. Журналдар тейешле рәүештә алып барылмай. Ике сауҙа үҙәгенең эшмәкәрлеге етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе туҡтатылды”, – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Башҡортостанда 30 октябрҙән алып рейдтар үтә. 265-тән ашыу сауҙа һәм хеҙмәт объекттары тикшерелгән, уларҙың 20-дә етешһеҙлектәр асыҡланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәмәгән өсөн ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға штрафтар билдәләнгән: граждандар өсөн – 1-3 мең һум, вәкәләтле кешеләргә – 5-15 мең һум һәм ойошмалар өсөн – 50-100 мең һум.

Әгәр шул уҡ етешһеҙлектәр йәнә ҡабатланһа, штрафтар ҙа арта: граждандар өсөн – 3-5 мең һум, вәкәләтле кешеләргә – 15-30 мең һум һәм ойошмалар өсөн 100-200 мең һум.

Фото: Башинформ. 

bashgazet.ru

Сауҙа үҙәктәре ябылған
Сауҙа үҙәктәре ябылған
Автор:
Читайте нас: