Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2021, 15:44

Оҫта ҡуллы ир-егет

Бишбүләк ауылынан күн әйберҙәр яһаусы Александр Колпаков Пермь ҡалаһында уҙған «Туристлыҡ сувениры» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Оҫта ҡуллы ир-егет
Оҫта ҡуллы ир-егет

Иҙел буйы федераль округының «Туристлыҡ сувениры» Бөтә Рәсәй  конкурсының округ этабы финалы булды.  Әлеге конкурсҡа Иҙел буйының 12 төбәгенән барлығы 595 эш тәҡдим ителгән. Финалда иһә бөтә Иҙел буйынан 350-ләп әйбер күрһәтелгән. Оҫталарҙың был дәрәжәлe форумында эксперттарҙың берҙәм ҡарары менән эксклюзив күн әйберҙәр яһаусы Бишбүләк hөнәрсеһе Александр Колпаковтың ҡул эштәре лә призлы урынға лайыҡ булған.

— Ағымдағы йыл башында Өфө ҡалаһының Конгресс-холлында республика этабы уҙҙы, — ти йәш мастер. — Республикала коронавирус сикләүҙәре арҡаһында был сара миңә ул ваҡытта бик күләмле тойолманы, бәлки, шуға күрә мин бик еңел призер булдым hәм финалға сыҡтым. Ә хәҙер Пермь ҡалаһында баш әйләнә: көнө буйы барыһын да иғтибар менән ҡарап өлгөрөп һәм һоҡланып бөтөп булмай. Конкурста барлыҡ эштәр ҙә бик яҡшы hәм зауыҡлы башҡарылған! Беҙҙең республиканан ғына ла бында 120 әйбер күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Минең һайлап алыу турында барлыҡ биш заявка ла финалға уҙҙы, әммә жюри бер эште генә һайланы. Был күн бизнес сувенир — өҫтәлгә визитница ине. Уны үҙем уйлап таптым. Тәүҙә береһен, ә унан инде булған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, икенсеһен яһаным. Минең был йүнәлештә сувенирҙарҙың тулы линейкаһы бар: күн блокноттар, докдадтар өсөн күн папка, подкладка, эш өҫтәленә тулы йыйылма h.б. Пермдә миңә бер аҙ тулҡынланырға тура килде: көндәшлек бик ҙур ине — минең номинацияла 400-ҙән ашыу әйбер.  Шулай ҙа 3-сө урын алыуға ирештем. I - III урын эйәләре  «Туристлыҡ сувениры» 2021 Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалына саҡырылды, ул  декабрь айында Саранскиҙа уҙасаҡ. Ҡалған ваҡытты Бөтә Рәсәй финалына тормошҡа ашырырға кәрәк булған яҡшы идеялар күп. Был йүнәлештә эш тулы ҡеүәтенә бара. Беҙҙең район гәзите аша трансфер ойошторған өсөн «Терра Башкирия» компанияһына рәхмәт белдергем килә. Ул Башҡортостан Республикаһы hөнәрселәренә даими hәм бик яҡшы ярҙам итә.

Владимир Смолов,

Александр Колпаков фотоһы.

Оҫта ҡуллы ир-егет
Оҫта ҡуллы ир-егет
Автор:
Читайте нас: